Зәмзәм ҡөҙрәтен беләһеңме?25.01.2014
Зәмзәм ҡөҙрәтен беләһеңме?
Зәмзәм — Мәккә ҡалаһындағы Әл-Хәрәм мәсете ерлегендә урынлашҡан изге ҡойо. Ҡәғбә башынан 21 саҡрымда урынлашҡан. Ҡойоноң тәрәнлеге — 30 метр.


"Пәйғәмбәр медицинаһы" китабының авторы Ибн әл-Ҡәйим әйткән: "Башҡа кешеләр кеүек мин дә Зәмзәм һыуы менән дауаланып ҡараным һәм иҫ киткес һөҙөмтәләргә ирештем. Зәмзәм һыуын алып, уның өҫтөнә бер нисә тапҡыр "Фатиха" сүрәһен уҡып, ошо өшкөрөлгән һыуҙы эсә инем. Был ысулды мин йыш ҡулланып һәм Аллаһының рәхмәте менән бик күп ауырыуҙарҙан сихәтләнә инем".
Япон ғалимы Масару Эмото, нанотехнология ысулдарын файҙаланып, һыу менән ғилми тикшеренеүҙәр үткәргән. Һүгенеү, рок музыка тәьҫире һыуҙы ҡатырған, һәм ғалим бик йәмһеҙ боҙ ярсыҡтарын күргән. Ә доға уҡылған һыуҙан ҡатырылған боҙ бик матур, төрлө ҡатлаулы ҡар бөртөктәре кеүек форма алған. Масару Эмото Сәғүд Ғәрәбстанында фәнни симпозиумда күп ғалимдар алдында Зәмзәм һыуы менән тәжрибә үткәргән. Уның сифатын үҙгәртеп булмауҙы асыҡлаған. Шул уҡ ваҡытта бер тамсы Зәмзәм һыуы бер мең тамсы ябай һыуға өҫтәлһә, ул һыуҙың да Зәмзәм һыуы сифатына эйә булыуын иҫбатлаған. Зәмзәм һыуы өҫтөнә бисмиллаһ, Аллаһы Тәғәләнең исем-сифаттары, Ҡөрьән аяттары уҡылһа һәм был һыу ҡатырылһа, ул ғәжәйеп матур кристалдарға әүерелә.
Мәғлүмәт сараларында, донъяуи медицина ысулдары көсһөҙ булған ваҡытта, бик күп төрлө ауырыуҙарҙы Зәмзәм һыуы менән һөҙөмтәле дауалау осраҡтары тураһында хәбәр ителә. Тимәк, Зәмзәм һыуы менән дауаланғанда өс шарт үтәлергә тейеш: был һыуҙы эскән кеше Аллаһы Тәғәләгә ышанырға тейеш; уға тәүәккәл ҡылырға (тәүәккәл — маҡсатыңа ирешеү өсөн Аллаһыға мөрәжәғәт итеп, Унан ярҙам һорау һәм көтөү); шулай уҡ уны Аллаһы Тәғәлә сихәтләндереүенә шикһеҙ инанырға тейеш.
Зәмзәм һыуы оҙаҡ һаҡлана, бик күп ваҡыт торһа ла, үҙ сифатын юғалтмай, боҙолмай. Хаж сәфәренә барған мосолмандар, сиратта сәғәттәр буйына тороп, Зәмзәм һыуын алып ҡайта һәм уның менән башҡаларҙы һыйлай.


Вернуться назад