1944 йылдың 27 ғинуар кисендә Ленинград күгендә байрам салюты яңғырай. Ленинград, Волхов һәм 2-се Балтик буйы фронттары армияһы, немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, бөтә Ленинград өлкәһен тиерлек азат итә. 900 көн һәм төн дауам иткән Ленинград ҡулсаһы, ниһайәт, өҙөлә. Был көн йөҙҙәрсә мең кешенең иң бәхетле, бер үк ваҡытта иң хәсрәтле мәлдәренең береһенә әүерелә, сөнки ошо көнгә еткәндәрҙең күбеһенә блокада осоронда туғандарын, яҡындарын юғалтырға тура килә. Алты йөҙ меңдән ашыу кеше ҡулсаға алынған ҡалала аслыҡтан, тағы ла бер нисә йөҙ меңе фашистар ҡулынан һәләк була.
Ленинград һуғышында Советтар Союзында йәшәгән бөтә милләт вәкилдәре лә тиңе булмаған ҡаһарманлыҡ, күмәк батырлыҡ күрһәтте.
Кабона һәм Лаврово. Был һүҙҙәр Ленинградты һаҡлаған яугирҙәргә лә, ҡот осҡос блокаданы үткәргән ленинградсыларға ла, йәш эҙәрмәндәргә лә яҡшы таныш. Ветерандарҙың һәм йәштәрҙең тырышлығы менән яҡындарының ҡәберен белгән тағы ла йөҙҙәрсә кешенең күңел түренән урын алды улар.
Һәләк булғандарҙы эҙләп хаттар яҙыу, документтарҙы сағыштырыу, Ватанды һаҡлаусыларҙың хәрби яҙмышы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыҡлау менән шөғөлләнгән кешеләрҙең хеҙмәте оло рәхмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Был йәһәттән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Федор Федорович Геннадиев ғәйәт ҙур эш башҡарҙы. Ленинград янындағы ҡанлы һуғыштарҙың береһендә ҡаты яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң, хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таныла ул. 138-се юл-төҙөлөш батальонына ебәрелгән Федор Геннадиевтың “йәшәү юлы”на бәйле ваҡиғаларға туранан-тура ҡағылышы бар.
1978 йылда ғаиләбеҙгә бер хат килеп төштө. 199178, Ленинград, 14-се линия, 31/33, Ю, 70-се фатир, Геннадиев Ф.Ф. тигән адрес ҡуйылған. “Хөрмәтле туғандар! Ветерандар советы яҡынығыҙ, 1898 йылда тыуған һәм 1942 йылдың 12 октябрендә һәләк булған 245-се артиллерия полкы рядовойы Вахитов Хәйрулланың үлеме һәм ерләнгән урыны хаҡында хәбәрҙар булыу-булмауығыҙҙы белергә теләй. Яуапты күрһәтелгән адресҡа ебәрһәгеҙ ине. Ихтирам менән Совет ағзаһы Геннадиев Федор Федорович”, тиелгән унда.
Мин, һәләк булған Хәйрулла Вахитовтың улы, шунда уҡ яуап яҙҙым. Хатымда “ҡара ҡағыҙ”ға ярашлы, атайымдың 1942 йылдың 12 октябрендә яраларҙан вафат булыуын, Ленинград өлкәһенең Мгинск районындағы Колосарь ауылында ерләнеүен хәбәр иттем. Федор Федорович менән даими хатлаша башланыҡ. Уның һәләк булған Башҡортостан яугирҙәренең туғандарына 40-тан ашыу хат-хәбәр ебәреүен белдем. Яугирҙәрҙең яҡындарын эҙләү эше әле лә дауам итә.
Ленинград өлкәһенең Мәҙәниәт идаралығы ҡарамағындағы Һәйкәлдәрҙе һаҡлау йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Федор Федоровичтың әүҙем ярҙамында Кабонала һәләк булған 1 400 яугирҙе һәм 344 ябай гражданды күсереп ерләй. Бер аҙ ваҡыттан ошондай уҡ эш Лаврово ауылында ла башҡарыла. Унда 176 һалдат һәм офицер ҡайтанан ерләнә. Мемориаль таҡтаташҡа 78 кешенең, шул иҫәптән атайым Хәйрулла Вахит улы Вахитовтың да исеме уйып яҙыла.
1990 йылда ҡатыным менән атайымдың ҡәберенә юлландыҡ. Ленинград өлкәһен беләм тип әйтә алмайым. Шуға күрә түшемә БАССР Юғары Советы депутаты билдәһен тағып, Смольныйға индем һәм транспорт менән ярҙам итеүҙәрен үтендем. “Туристарҙы хеҙмәтләндермәйбеҙ”, тип яуапланы уртаҡул чиновниктарҙың береһе. Ныҡышып торманыҡ, белешмәләр бюроһынан маршрутты асыҡланыҡ та, электричкаға, унан юл ыңғайы барған машиналарға ултырып тәғәйен ергә барып еттек. Ниһайәт, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты: атайым ерләнгән туғандар ҡәберлеге янында баҫып торабыҙ. Унда сәскә бәйләме һалып, ауыр уйҙарға сумып, бер аҙға тын ҡалдыҡ. Еңеү хаҡына ғүмерен ҡорбан иткән башҡорт яугиренең ҡаһарманлығы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо сорнап алды күңелде.
Былтыр улым Ренат Вахитов олатаһының ҡәберенә барырға булды. Хәҙер заманы бүтән – Интернет дәүере. Юлды һорашып та торманы, Ленинград өлкәһенең картаһын селтәрҙән алды ла сәфәргә сыҡты. Ейәне яугир олатаһының ҡәберенә баш эйеп, сәскә һалып, иҫтәлеккә фотолар алып ҡайтты. Минең өсөн был — быуындар бәйләнешен сағылдырған асыҡ миҫал. Тимәк, яу яланында Тыуған илебеҙҙе яуыз дошмандан һаҡлаған атай-олатайҙарҙың яҡты иҫтәлеге ҡәҙерләп һаҡлана. Халҡыбыҙ ғүмерен ҡорбан иткән батырҙарын онотмаһа, илебеҙ ҙә йәшәр. Ошо һуғышта юғалтҡан туғандарыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ҡаһарман яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән ғәйәт ҙур тырышлыҡ һалған Федор Федорович Геннадиевҡа оло рәхмәтемде белдереп, уның алдында ихтирам менән баш эйәм.