Кеше батмай торған диңгеҙ25.01.2014
Кеше батмай торған диңгеҙ
Кешеләргә бик борондан мәғлүм булған бер илдә ана шундай диңгеҙ бар. Ул — Фәләстандағы (Палестина) Үле диңгеҙ.


Уның һыуы шул ҡәҙәр тоҙло, хатта унда бер генә тереклек тә йәшәй алмай. Фәләстандың ямғырһыҙ эҫе климаты бик күп һыуҙы боҫҡа әйләндерә. Ләкин таҙа һыу ғына боҫ булып өҫкә күтәрелә, ә ирегән тоҙҙар диңгеҙҙә ҡала һәм уның тоҙлолоғон арттыра. Бына шуға күрә лә Үле диңгеҙ һыуында тоҙ (ауырлыҡ яғынан) 2–3 кенә түгел – 27 процент һәм унан да күберәк. Шулай итеп, ирегән тоҙ Үле диңгеҙҙең сирек өлөшөн тәшкил итә. Ундағы тоҙҙоң дөйөм миҡдары — 40 миллион тонна самаһы.
Үле диңгеҙҙең бик тоҙло булыуы уның бер үҙенсәлеген килтереп сығара: һыуы ғәҙәттәге диңгеҙ һыуҙарынан шаҡтай ауырыраҡ. Бындай ауыр шыйыҡлыҡта батыу мөмкин түгел, сөнки кеше кәүҙәһе унан еңелерәк.
Кәүҙәбеҙҙең ауырлығы шул уҡ күләмдә алынған үтә тоҙло һыу ауырлығынан шаҡтай кәм, һәм, тимәк, йөҙөү закондары буйынса, кеше Үле диңгеҙҙә бата алмай: тауыҡ йомортҡаһы тоҙло һыуҙа йөҙөп йөрөгән кеүек кеше лә Үле диңгеҙ һыуында ҡалҡып сығыр ине.
Марк Твен тигән юмор оҫтаһы был диңгеҙҙе килеп ҡарағас, Үле диңгеҙҙең ауыр һыуҙарында ҡойонған саҡта үҙенең һәм юлдаштарының ғәҙәттән тыш тойғоларын көлкөлө ентеклелек менән тасуирлай:
"Бигерәк ҡыҙыҡ ҡойоноу инде был! Беҙ батып үлә алмай инек. Бында һыу өҫтөнә һуҙылып салҡан ятырға һәм ҡулдарҙы ҡаушырып күкрәккә ҡуйырға була, ә кәүҙәнең күп өлөшө һыу өҫтөндә ҡала. Был ваҡыт башты ҡалҡытырға ла мөмкин... Һеҙ яйлап ҡына салҡан ятып, тубыҡтарығыҙҙы эйәккә килтереп уларҙы ҡулдарығыҙ менән ҡосаҡлай алаһығыҙ, ләкин шунда уҡ әйләнеп китәһегеҙ, сөнки баш яғы түбәнерәк була.
Баштүбән килеш тә ҡаҙалып тора алаһығыҙ, кәүҙәгеҙ күкрәк уртаһынан аяҡ остарына ҡәҙәр һыуҙа күтәрелеп тора; ләкин был хәлдә оҙаҡ тороп булмай. Шулай уҡ салҡан килеш, күҙгә күренерлек тиҙлек менән йөҙә лә алмайһығыҙ, сөнки аяҡтарығыҙ һыуҙан ҡалҡып тора һәм һеҙгә үксәләрегеҙ менән генә этенергә тура килә. Әгәр йөҙтүбән ятып йөҙһәгеҙ, алға түгел, артҡа китәһегеҙ. Үле диңгеҙҙә ат йөҙә лә, баҫып тора ла алмай, шунда уҡ ҡорһағы менән ятырға мәжбүр була".

Һүрәттә һеҙ Үле диңгеҙ өҫтөндә тыныс ҡына ятҡан кешене күрәһегеҙ. Һыуҙың сағыштырмаса тығыҙлығы ҙур булыуы арҡаһында ул шул хәлдә китап уҡый ала.


Вернуться назад