Халыҡ әйтһә — хаҡ әйтә25.01.2014
* Ҡоҙоҡҡа төкөрмә, һыуһағанда һыуы кәрәк булыр.
* Насар кешегә таянғансы, һыуға таян.
* Саф булһаң, һыу кеүек бул, һыу һәр нәжесте күтәрә.
* Тирмән ҡеүәте һыу менән.
* Ут та бәлә, һыу ҙа бәлә, ут менән һыу булмаһа, тағы бәлә.
* Һыу башынан болғаныр.
* Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас беленер.
* Һыуы менән ер ҡәҙерле, иле менән ир ҡәҙерле.
* Һыуһыҙ ерҙә балыҡ тормаҫ, йүнһеҙ ирҙә байлыҡ тормаҫ.