Ҡоҙоҡтары “көлөп” тора!25.01.2014
Ҡоҙоҡтары “көлөп” тора!
Эсәр һыуыңа төкөрмә, тиҙәр халыҡта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был кәңәшкә бөтәһе лә ҡолаҡ һалып бармай. Шишмәләр, йылға-күлдәр янындағы сүп-сар өйөмөн күреп күңел әрней. Был тиклем дә битарафлыҡ нимәгә килтерер икән тип эс боша... Бындай ғәмһеҙлек, киләсәгебеҙгә яуапһыҙлыҡ бөтә ерҙә лә күҙәтелә тип әйтеүе лә хата булыр. Тәбиғәтебеҙгә һаҡсыллыҡ күрһәтеү буйынса өлгө итеп ҡуйырлыҡ төбәктәр ҙә бар республикабыҙҙа.


Эш сәфәре менән Ҡыйғы районына барғайныҡ. Урындағы халыҡтың йәшәйеше, төбәктең социаль-иҡтисади хәле тураһында мәғлүмәт туплайбыҙ. Ошо ниәт менән Ҡыйғының бер нисә ауылына инеп сыҡтыҡ. Районда шишмәләрҙең ни тиклем ҡараулы булыуына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Дүшәнбикә ауылында ғына ике шишмәнең башын матур итеп кәртәләгәндәр, юлсыға ултырып ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Был сығанаҡтар изге урын кеүек әллә ҡайҙан күҙ яуын алып тора. Шағир Рафаэль Сафин тыуған Йыланлы ауылын да күреп киттек. Бында ла урындағы халыҡ шишмәне ҡәҙерләп, тирә-яғын тәртиптә тота икән.
— Һыуға ҡарата мөнәсәбәт бөтә ерҙә лә ошолай булһа ине, — тип ҡуйҙыҡ, йәнә бер ауылда шундай уҡ шатлыҡлы күренешкә тап булғас.
Ҡоҙоҡтары “көлөп” тора!— Ә беҙҙең райондағы ауылдар араһында шишмәләрҙе, ҡоҙоҡтарҙы төҙөкләндереү буйынса йыл һайын конкурс уҙғарыла, — тине беҙгә район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов. — Ике йылда ғына 25 шишмә тәртипкә килтерелде. Хәҙер беҙҙең яҡта ҡарауһыҙ ҡалған шишмәләр ҡалманы инде...
Әйткәндәй, халыҡтың был тырышлығын республикабыҙҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ла юғары баһалаған. Башҡа райондар ҙа ҡыйғыларҙан үрнәк алһа ине...
Ни тиһәң дә, эсәр һыуыбыҙға ҡарата һаҡсыл булыу үҙебеҙ өсөн кәрәк. Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас беленә, тиҙәр бит. Яуапһыҙлығыбыҙ арҡаһында шундай күңелһеҙ хәлгә ҡалырға яҙмаһын, дуҫтар!


Вернуться назад