Тылсымлы шифаһы бар25.01.2014
Кеше үҙенең һыуһыҙ йәшәүен күҙ алдына ла килтерә алмай, ләкин уның дауалау сифаттары тураһында күбебеҙ белмәйҙер әле. Халыҡ тәжрибәһенән сығып, ҡайһы берҙәре хаҡында һеҙгә еткермәксебеҙ.


* Диңгеҙ һыуы бетте үлтерер, аяҡ-ҡул тартышыуын һәм нервы ауырыуҙарын бөтөрөр.
* Мунсала ҡайнар һыу сәсте ағартыр, әммә ул күкрәккә бик яҡшы тәьҫир итә.
*Һалҡында ярылған тирене диңгеҙ һыуы менән йыуһаң, дауа булыр, әгәр диңгеҙ һыуы менән эсәктәрҙе йыуҙырһаң, эс йылыныр һәм ауыртыуҙы баҫыр.
* Диңгеҙ һыуы экземанан, тән ҡысытыуҙан, температура күтәрелгәндән, күкрәктәге шеште дауалауҙа файҙалы.
* Диңгеҙ һыуының быуы тәнгә һыу йыйылғандан, ҡолаҡ ауыртҡандан файҙалы.
* Иң яҡшы һыу — шишмә һыуы. Һыу таллы ерҙән ҡиблаға табан ҡарап аҡһа, ул яҡшы тәьҫир итә, ти ололар.
* Шифалы һыу — ямғыр һыуы. Болот менән килеп, йәшнәп яуғаны бигерәк тә һәйбәт. Ә болотһоҙ, ел менән килеп яуғаны күкрәккә һәм тауышҡа зарарлы.
* Йыйылып торған һыу — эсергә яраҡһыҙ. Ул талаҡты шештерер, эскә һыу йыйҙырыр, аҡылды һаташтырыр, эсәктә йәрәхәттәр тыуҙырыр.
* Тимер руднигынан сыҡҡан һыу ашҡаҙанды, эсәкте нығытыр, дәртте көсәйтер.
* Боҙ һыуы нервы ауырыуҙарын тыуҙырыр.
* Ямғыр һыуы бик файҙалы. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртыр, бәүелде күбәйтер, бауырға, талаҡҡа, үпкәгә, бөйөргә, нервы системаһына файҙалы, эсте ҡатырмаҫ.
* Баҡырлы һыу эсте ҡатырыр, шуға эсәккә зарарлы, әммә үпкәләге йәрәхәттәрҙе төҙәтеүгә килтерер. Шулай уҡ геморройҙан файҙалы.
* Тимерле һыу ашҡаҙанды нығытыр. Талаҡ шешкәнде бөтөрөр.
* Ҡурғашлы һыу төйөнләнеү тыуҙырыр, эсте ҡатырыр, бәүелде тотҡарлар.
* Алтын руднигынан сыҡҡан һыу йөрәк болғанғандан яҡшы.
* Алюминийлы һыу эс китеүҙе туҡтатыр.
* Баллы һыу ашҡаҙанды төҙәтер, ҡан төкөрөүҙән файҙалы.


Вернуться назад