* Ер шарының 70 процентын һыу ҡаплаған. Шулай ҙа уның бары 1 проценты ғына эсергә яраҡлы. Халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкенләшә. Һуңғы 50 йылда ғына ла донъяла шул сәбәпле 507 низағ булған, шуларҙың 21-е хәрби бәрелештәргә килтергән.
* ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, иң таҙа һыу Финляндияла икән. Тәбиғи һыуҙың таҙалығын тикшереүҙә 122 ил ҡатнашҡан. Әйткәндәй, әле донъяла 1 миллиард кеше хәүефһеҙ һыуға ҡытлыҡ кисерә. * Ниндәй һыу тиҙерәк боҙға әйләнә: эҫеме йәки һыуыҡмы? Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, һыуыҡ һыу алданыраҡ туңырға тейеш. Асылда иһә эҫе һыу тиҙерәк боҙға әүерелә. Шуныһы ҡыҙыҡлы, был күренешкә ғалимдар аныҡ ҡына аңлатма бирә алмай.
* Билдәле булыуынса, һыу 0 градуста туңа, ә 100 градуста ҡайнап сыға. Әммә физиканың был законы һәр ваҡытта ла үтәлмәй. Баҡтиһәң, бер ниндәй ҙә ҡушылмаһыҙ, саф һыуҙар ғына 0 градуста ла туңмай. Башҡортостандағы бихисап шишмәләрҙең сатнама һыуыҡта ла боҙ менән ҡапланмауының хикмәте бына нимәлә икән!
* Һыу йәшәйештең нигеҙе. Ер йөҙөндәге барлыҡ йән эйәләре лә, үҫемлектәр ҙә һыуҙан тора: хайуандар һәм балыҡтар 85 %, медузалар — 99 %, картуф— 76 %, алма 85 %, помидор 90 %, ҡыяр — 95 %, ҡарбуз 96 %. Кешелә иһә – 80 процент.
* Һыуҙың файҙаһы менән бергә зыяны ла бар. Барлыҡ ауырыуҙарҙың 85 проценты һыу ярҙамында күсә. Һөҙөмтәлә донъяла йыл һайын ошо сәбәпле 25 миллион кеше үлә.
* Әгәр организмдың 2 процент һыуы бөтһә, кеше ныҡ һыуһай. Әгәр инде 10 процент һыуын юғалтһа, галлюцинациялар башлана. Кеше тәненең 12 процент һыуы бөтһә, уны медицина ярҙамында ғына һауыҡтырып була. Ә инде 20 процент һыуын юғалтһа, кеше үлә.
* Һыу һимереүҙән дә ярҙам итә икән. Әгәр кеше һут йәки газировка урынына ябай һыуға өҫтөнлөк бирһә, артыҡ килограмдарҙан да ҡотола ала.
* Һыу ярҙамында йөрәк ауырыуҙарынан да арынырға мөмкин, тип иҫбатлай ғалимдар. Улар белдереүенсә, көнөнә алты стакан һыу эскән кешеләр ике стакан менән генә сикләнгәндәргә ҡарағанда йөрәк ауырыуына һирәгерәк зарлана.
* Кеше ашамайынса алты аҙна йәшәй ала. Ә инде һыуһыҙ 5—7 көндән артыҡ түҙә алмай. Кеше үҙ ғүмерендә яҡынса 35 тонна һыу эсә.
* Беҙ һыуҙы бушлай алырға күнеккәнбеҙ. Ә бына күпселек илдәрҙә уның өсөн арыу ғына аҡса түләргә кәрәк. Донъяла иң ҡиммәт хаҡҡа һыу Лос-Анджелеста һатыла. "Swarоvski" исемле һыуҙың литры 90 доллар тора (2800 һум самаһы).
* Азербайжанда шундай үҙенсәлекле сығанаҡ бар. Ундағы һыуҙың составында метан күп. Әгәр ул һыуға шырпыны яҡын килтерһәң, көслө янғын сығыуы ихтимал. Ә бына Сицилиялағы бер күл аҫтында кислота сығанағы бар икән. Уның зыяны һөҙөмтәһендә тотош күл ағыулана.
* Диңгеҙ һыуының да файҙаһы ҙур. Тоҙло һыуҙың 1 кубик сантиметрында ғына 1,5 грамм аҡһым һәм башҡа матдәләр бар. Ғалимдар иҫәпләүенсә, ошо йәһәттән Атлантик океан "туҡлыҡлығы" буйынса бөтә донъянан йыйылған 20 мең йыллыҡ уңышҡа тиң.