Бәләбәй районының Илькин ауылындағы янғында тотош ғаилә һәләк була яҙған. Янғын һүндереүселәр 73 йәшлек йорт хужаһының, 76 йәшлек хужабикәнең һәм уларҙың 45 һәм 34 йәшлек ике улының мәйетен тапҡан. 41 йәштәге уртансы улдары ғына ут солғап алған йорттан сығып ҡотолған. Ул дауаханаға оҙатылған. Тәфтишселәр, хужабикә иҫерек килеш йортҡа ут төрткән, тип фаразлай.
“1 — 9 ғинуарҙа Башҡортостанда 104 янғын сыҡҡан, унда 18 кеше һәләк булған. Былтыр Яңы йыл каникулдарында 132 янғын теркәлһә, һәләк булыусылар ҙа шулай уҡ — 18. Ғәҙәттән тыш хәлдәр кәмегән, әммә йәрәхәт алыусылар 13-кә еткән. Былтыр улар туғыҙ кеше булған. Нигеҙҙә, янғын ауыл ерендә шәхси йорттарҙа сыға. Йыл дауамында янғын һүндереү инспекторҙары 10 мең 170 йортто тикшергән һәм 19 мең 193 кешегә иҫкәртеү яһаған”, — тип хәбәр иттеләр беҙгә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.
М. ӘМИНЕВА.