Йылы әйберҙәр кәрәк24.01.2014
Яңауыл ҡалаһында шартлаған йортта йәшәүсе ғаиләләрҙең күбеһе өйһөҙ һәм әйберһеҙ ҡалды. Һалҡын ҡыш уртаһында бындай бәләне Хоҙай күрһәтмәһен инде.
Республика халҡы был юлы ла берҙәмлек һәм мәрхәмәтлек күрһәтә. Бәләгә тарыусыларға кәрәк-яраҡ йыйыу төрлө ерҙә әүҙем бара. Изге эшкә Башҡортостан юлдаш телеканалы ла тотондо. Бында әлеге көндә иң кәрәкле йылы кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре һәм башҡаһын йыйыу ойошторолған. БЮТ-тан белдереүҙәренсә, тәүлек эсендә 1,5 контейнер әйбер йыйылған, күпселеге — кейем. Яңауылдарға барыһынан да бигерәк шәхси гигиена кәрәк-ярағы, түшәк, юрған, мендәрҙәр, һауыт-һаба талап ителә. Ҡабул итеү тәүлек әйләнәһенә ойошторола. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1-се йорт, «Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы (Пушкин урамы яғынан инергә).


Вернуться назад