“Башҡортостан” халыҡ таланттарын эҙләй24.01.2014
Хөрмәтле дуҫтар! Башҡорт милли сәнғәтен үҫтереү, яңы таланттарҙы табыу маҡсатында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә “Талантлыны данлай “Башҡортостан” исемле ижади конкурс иғлан итә.


24 ғинуарҙан 1 декабргә тиклем барасаҡ бәйгелә профессиональ сәнғәт оҫталарынан башҡалар, йәғни Башҡортостанда, шулай уҡ сит өлкәләрҙең ауыл һәм ҡалаларында йәшәгән һәүәҫкәр йырсылар, бейеүселәр, музыка ҡоралдарында уйнаусылар (соло, дуэт, трио булырға мөмкин), фольклор ансамблдәре көс һынаша ала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Бының өсөн үҙегеҙҙең сығыштарығыҙҙы видеокамераға йәки һис юғында кеҫә телефонына төшөрөп, “Бәйләнештә” (vk. com/id 162549751) йәки “Фейсбук” (facebook. com/gazeta. bashkortostan) социаль селтәрҙәрендәге “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт биреү мотлаҡ (исем-шәриф, адрес һәм телефон номеры).
Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнә:
— иң оҫта бейеүсе;
— иң оҫта йырсы;
— музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы;
— иң шәп һәүәҫкәр композитор;
— иң яҡшы фольклор ансамбле.
Конкурста ҡатнашыусылар хаҡында мәҡәләләр “Башҡортостан” гәзите битендә “Халыҡ ынйылары” рубрикаһында донъя күрәсәк. Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Конкурсҡа килгән видео-аудио яҙмаларҙы "Бәйләнештә" сайтында ҡарай алаһығыҙ:
"Башҡортостан" гәзите редакцияһы


Тылсымлы йыр-моң доңъяһына рәхим итегеҙ!

Мөхәрририәт.


Вернуться назад