Ныҡышмалыраҡ булайыҡ24.01.2014
Сентябрҙән декабргә тиклем дауам иткән матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланғас, еңел һулап ҡуйырға ла өлгөрмәнек, “Гәзит ни өсөндөр һаман килеп етмәй”, “Редакция аша яҙылғайныҡ, барыбер шундай уҡ хәл, баҫманы ала алмайбыҙ” тигән борсолоп шылтыратыуҙар башланды.


Һүҙ ҙә юҡ, аҡса түләп яҙылған гәзит-журналды һәр кемдең үҙ ваҡытында алып уҡырға теләүе тәбиғи. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, баҫманы һуңлатмай әҙерләйбеҙ, графикка ярашлы типографияға тапшырырға тырышабыҙ. Теге йәки был сәбәпкә бәйле тотҡарлыҡ булғаны юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, гәзитебеҙ адресатына үҙ ваҡытында барып етмәгән осраҡтарҙа уны таратыу өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр менән берҙәй үк яуаплылыҡ тоябыҙ. Һеҙҙең шылтыратыуҙан һуң почта хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инеп, хәлде көйләргә ынтылабыҙ. Нигеҙҙә, беҙҙең “ҡыҫылыуҙан” һуң “боҙ” урынынан ҡуҙғала — аҙашып йөрөгән баҫма хужаһының ҡулына барып етә. Дәғүәләрҙе еткереү менән почта хеҙмәткәрҙәре етешһеҙлектең сәбәбен асыҡлай, иғтибарһыҙ ҡалдыралар, тип әйтә алмайбыҙ.
Гәзиттең килеп етмәүенә, элеккесә, Өфө ҡалаһындағы уҡыусыларыбыҙ йышыраҡ зарлана. Шулай ҙа, һуңғы бер нисә йыл менән сағыштырғанда, баш ҡалала матбуғатты таратыуҙа бер аҙ ыңғай үҙгәреш күҙәтелә башланы. “Почта элемтәһе тураһында”ғы федераль закон ныҡлап эшләп китһә, киләсәктә хәл тағы ла яҡшырыр тип өмөт итәбеҙ. Белеүегеҙсә, почта эшмәкәрлеге мәсьәләһе беҙҙе генә түгел, тотош Рәсәй халҡын борсой. 2013 йылдың аҙағында, ниһайәт, матбуғатты алдырыусыларҙың тауышын ил етәкселәре ишетте — почта системаһын тамырынан үҙгәртеү кәрәклеген танынылар. Етди иғтибар биреүҙең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ, тип ышанабыҙ. Ә әлегә һеҙҙе ныҡышмалыраҡ булырға, иң элек урындағы почта бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ. Улар хәл итә алмаһа, 272-96-90 телефоны буйынса беҙгә шылтыратығыҙ.


Өлгөрмәһәң, әле һуң түгел

Мөхтәрәм гәзит уҡыусылар, ҡәрҙәштәр!
2014 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы рәсми рәүештә тамамланды. Әммә “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлыҡты оҙайтырға теге йәки был сәбәпле өлгөрмәй ҡалғандар борсолмаһын: 23 февралгә тиклем почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итһәгеҙ, баҫмабыҙҙы март айынан ала башларһығыҙ. Ошо хаҡта туғандарығыҙға, күрше-күләнегеҙгә, дуҫ-иштәрегеҙгә әйтһәгеҙ ине.


Вернуться назад