Халҡыбыҙ күңеле кеүек бай булһын!24.01.2014
Халҡыбыҙ күңеле кеүек бай булһын!Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында бихисап ғилми әҙәбиәт ижад ителгән. Был тема буйынса тарихсы, этнограф, археолог, фольклорсыларҙың, тел белгестәренең, топонимиктарҙың хеҙмәттәре киң билдәле.
Ил, халыҡ тураһындағы белемде үҫтереүгә шулай уҡ тыуған яҡты, кесе Ватанды, урындарҙа район, ҡала, ауыл, ырыу тарихын өйрәнеүселәр ғәйәт ҙур өлөш индерә. Был йәһәттән байтаҡ тарихи хеҙмәт, энциклопедия баҫылып сыҡты. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында даими алып барылған "Тарихи шаршамбы" тигән тапшырыуҙар серияһы йәмғиәттә ҙур танылыу яуланы. Заманында "Бер ауылдың тарихы" тигәнен дә тамашасы яратып өлгөргәйне.
Республика Хөкүмәтенең махсус ҡарары буйынса уҙғарылған шәжәрә байрамдарының айырыуса төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли рухын, үҙаңын уятыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Халҡыбыҙҙың тарихи риүәйәттәрен, легендаларын, йыр-моң хазинаһын йыйыу һәм донъяға сығарыу эше лә — рухиәтебеҙҙе байытыуҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Был йәһәттән элегерәк (үткән быуаттың 60-сы йылдарында) "Совет Башҡортостаны" гәзитендә алып барылған "Йырҙарыбыҙ, көйҙәребеҙ" рубрикаһын иҫкә төшөрөргә мөмкин.
Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында, хатта ҡайһы бер ауылдарҙа тыуған яҡты өйрәнеүгә, бөйөк тарихи шәхестәребеҙҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған тиҫтәләрсә музей эшләп килә. Уларҙың күбеһендә урындағы халыҡтың тырышлығына бәйле ғәйәт ҡиммәтле мәғлүмәттәр тупланған. Һәр береһенең уңыштары менән бергә йылдар буйы хәл ителмәй килгән проблемалары ла бар. Был мәсьәләләр матбуғаттың, ижадсыларҙың иғтибарында булырға тейеш.
Географик атамалар донъяһы — үҙе ҙур хазина, ысын мәғәнәһендә милли байлығыбыҙ. Дөрөҫ, топонимика менән шөғөлләнер өсөн киң ҡарашлы булыу, махсус ғилми әҙерлек кәрәк, сөнки айырыуса боронғо телдәр һәм диалекттар мираҫы булып һаҡланып ҡалған ер-һыу атамаларының мәғәнәһен, килеп сығышын билдәләгәндә тел, тарих, этнография, география, археология һәм башҡа фәндәргә бәйле мәғлүмәттәрҙе сағыштырып тикшереү талап ителә. Әммә, нисек кенә булмаһын, тыуған еребеҙҙең топонимы мираҫын йыйыу, барлау, географик атамалар хаҡында халыҡ хәтерендә һаҡланғандарҙы яҙып алыу эшен күмәк көс менән дауам итергә кәрәк. Шуны ла билдәләп үткем килә: Рәсәйҙә, билдәле ки, географик әҙәбиәт, картография быуаттар буйы, нигеҙҙә, урыҫ телендә ижад ителгән. Шул сәбәпле бүтән телдәге бик күп ер-һыу атамаһының яҙылышында хаталар ҙа киткән. Хатта, әйтәйек, беҙҙең данлы Төйәләҫ йылғаһы карталарҙа әле булһа "Худолаз" булып йөрөй. Бындай хаталар бихисап, һәм уларҙы йәмәғәтселек көсө менән генә төҙәтеү мөмкин түгел. Тағы бер бәлә шунда: карталарҙағы күп тарихи атаманың башҡортса дөрөҫ әйтелешен бөтөнләй белмәйбеҙ. Ундай ер-һыу исемдәрен урындағы башҡорттарҙан һорашып яҙып алһаҡ, фәнебеҙ, тарихыбыҙ өсөн ифрат әһәмиәтле эш башҡарасаҡбыҙ. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге Зюраткуль тигән атаҡлы күл тураһында күптәр ишетеп белә торғандыр. Атаманың аҙағындағы термин боронғо башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан гидронимдың башҡорт телендә барлыҡҡа килгәнлеген күрһәтеп тора. Әммә ул күлдең исемен шул яҡтағы милләттәштәребеҙҙең нисек әйтеүен белмәйбеҙ. Әгәр ҙә башҡортса дөрөҫ әйтелешен белһәк, этимологияһын билдәләү өсөн бик мөһим дәлил булыр ине. Әлегә төрлөсә баш ваталар: "һүрәт күл"ме ул, әллә "ҙур ат күл"ме һәм башҡалар. Ошо миҫалдан сығып, гәзит авторҙарына мөрәжәғәт иткем килә: әйҙәгеҙ, тыуған яғыбыҙҙың, шул иҫәптән Тарихи Башҡортостаныбыҙҙың ер-һыу атамаларының башҡорт һәм урыҫ телдәрендә дөрөҫ әйтелешен билдәләүгә иғтибарлы булайыҡ, йөрөгән ерҙә оло кешеләрҙән һорашып яҙып алайыҡ, әйтәһе һүҙебеҙҙе ғилми әҙәбиәткә, тарихи, документаль сығанаҡтарға таянып дәлилләргә тырышайыҡ, фәнебеҙгә яңы мәғлүмәт туплауға булышлыҡ итәйек. Әммә төрлө уйҙырма, ялған этимологиялар менән мауыҡмайыҡ. Ташҡа баҫылған һүҙ оҙаҡ йәшәй: һәр мәҡәлә, тикшеренеү нигеҙле, дәлилле булһын.
Шулай итеп, "Башҡортостан" гәзитен уҡыусыларға "Хәтер хазинаһы" тигән яңы проект тәҡдим ителә. Ул халҡыбыҙ хәтере кеүек бай һәм тәрән, оҙон ғүмерле, уҡымлы, фәһемле булһын! Хәйерле сәғәттә!

Рәшит ШӘКҮР,
яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.


Вернуться назад