Есемеңде асыр исемең (С-Т)24.01.2014
С

малайҙар өсөн

Сәғәҙәткирәй ғәр., фарс. — сәғәҙәт (бәхет)+кирәй (дауам итеүсе)
Сәйҙел ғәр. — башлыҡ
Сәйҙәш ғәр. — "Сәйет" исеменән үҙгәртелгән
Сәйет // Сәит ғәр. — түрә, башлыҡ
Сәйетбаба ғәр., баш. — сәит+баба (ата-баба, нәҫел-нәсәп)
Сәйетбаттал // Сәитбаттал ғәр. — сәйет+баттал (батыр, ҡыйыу, үткер)
Сәйетгәрәй // Сәитгәрәй ғәр., фарс. — сәйет+гәрәй (эйәреүсе)
Сәйетғафар // Сәитғафар ғәр. — сәйет+ғафар (ғәфү итеүсе)
Сәйетғәли // Сәитғәле ғәр. — сәйет+ғәли
Сәйеткирәй // Сәиткирәй ғәр., фарс. — сәйет+кирәй
Сәйетҡужа // Сәитҡужа ғәр., фарс. — хужа, баш кеше
Сәйетәхмәт // Сәитәхмәт ғәр. — сәйет+әхмәт (иң маҡтаулы)
Сәйетхәжи // Сәитхәже ғәр. — сәйет+хәжи; хажға барған
Сәйфелмөлөк ғәр. — батша ҡылысы
Сәйфетдин ғәр. — дин ҡылысы
Сәйфи ғәр. — ҡылыссы
Сәйфулла ғәр. — Аллаһ ҡылысы
Сәйәр ғәр. — сәйәхәтсе, юлсы
Сәлиғәскәр ғәр. — сәлим (сәләмәт, иҫән-һау)+ғәскәр
Сәлим ғәр. — сәләмәт, иҫән-һау, һау-сәләмәт; саф, пак; ғәҙел, ябай; кешелекле
Сәлигәрәй ғәр., фарс. — сәлим+гәрәй
Сәлимйән ғәр., фарс. — сәлим+йән; иҫән-һау, сәләмәт
Сәлих ғәр. — яҡшылыҡ, изгелек ҡылыусы; тәүфиҡлы, ғәҙел
Сәлихйән ғәр., фарс. — сәлих+йән; изгелек ҡылыусы
Сәлмән ғәр. — тыныс
Сәләм ғәр. — иҫәнлек, һаулыҡ, сәләмәтлек; сәләм биреү
Сәләх ғәр. — тыныслыҡ, изгелек; кәрәклек
Сәләхетдин ғәр. — сәләх+дин
Сәми ғәр. — юғары дәрәжәле, бөйөк; ҡиммәт
Сәмиғулла ғәр. — Аллаһ һүҙен тыңлаусы
Сәмиҡ ғәр. — тыңлаусы, ишетеүсе
Сәмирхан ғәр., баш. — сәмир емеш+хан; емеш биреүсе
Сәмих ғәр. — йомарт
Сәнжәр бор. баш. — 1. ҡәлғә, нығытма; 2. батша, император
Сәрҙәр фарс. — ғәскәр башлығы, дәрәжәле кеше, башлыҡ
Сәрҙәрбәк фарс., баш. — сәрҙәр+бәк; баш кеше; башлыҡ
Сәрмән монг. — сар (ай)+ман (аффикс)
Сәсән баш. — аҡыл эйәһе, һүҙ оҫтаһы
Сәсәнбай баш. — сәсән+бай; сәсән кеше, данлыҡлы сәсән
Сәфәр ғәр. — 1. юл, сәйәхәт; 2. Ай календарындағы икенсе айҙың исеме (шул айҙа тыуған балаға ҡушыла)
Сәүербай ғәр., баш. — сәүер (апрель) — иран ҡояш календарында икенсе айҙың исеме
Сәфәрғәли // Сәфәрғәле ғәр. — сәфәр+ғәли
Сәхи ғәр. — киң күңелле, йомарт
Сәхип ғәр. — юлдаш, дуҫ, иптәш
Сәхипгәрәй ғәр., фарс. — сәхип+гәрәй (эйәреүсе)
Сәхипкирәй ғәр., фарс. — сәхип+кирәй
Сәхиулла ғәр. — йомарт
Сәхәби ғәр. — дуҫ, иптәш
Сәхәү ғәр. — йомарт; саф, пак
Сәхәүетдин ғәр. — сәхәү+дин; йомартлыҡ; сафлыҡ
Сәях ғәр. — сәйәхәтсе, илгиҙәр

ҡыҙҙар өсөн

Т

Табиба ғәр. — дауалаусы, табип
Таиба // Тайба ғәр. — яҡшы, һәйбәт; тәүбә итеүсе
Таира ғәр. — осоусы, осҡос; ҡош; ҡара: Таһира
Тайфа ғәр. — 1. халыҡ; йәмғиәт; бер төркөм кеше; бер дин вәкилдәре; 2. хыялда йөрөгән нәмә
Таҡыя ғәр. — 1. ҡыҙҙарҙың мәрйен, тәңкә менән биҙәлгән баш кейеме; 2. Таж
Талиба ғәр. — барыусы, эҙләүсе; талап итеүсе; уҡыусы, шәкерт
Талиға // Тәлиғә ғәр. — бәхет, яҡшы киләсәк, бәхетле яҙмыш; ҡояш, ай йәки йондоҙҙоң балҡышы
Танһыҡбикә баш. — танһыҡ, көтөп алынған ҡыҙ
Таңбикә баш. — таңда тыуған ҡыҙ
Таңгөл баш., фарс. — таң+гөл; таңдан сәскә атҡан гөл; таңда тыуған бала
Таңзифа баш., фарс. — таң+зифа
Таңсулпан баш. — таң йондоҙо, сулпан
Таңһылыу баш. — таң+һылыу; таңда тыуған бала
Татлыбикә баш. — татлы+бикә
Таһинур ғәр. — нур булып балҡып торған, асыҡ йөҙлө; матур
Таһира ғәр. — таҙа, пак, ғәйепһеҙ
Теләкбикә // Теләүбикә баш. — теләп алынған ҡыҙ
Тимербикә баш. — тимер+бикә (бала таҙа, ныҡ булһын тигән теләктә ҡушыла)
Туйбикә баш. — туй+бикә; туйҙа, байрамда тыуған
Тутыя ғәр. — 1. аҡ сәскә; 2. хыялдағы аҫыл таш исеме; 3. Тутыйғош
Тәғзимә ғәр. — маҡтаусы, хөрмәт итеүсе
Тәғлимә ғәр. — уҡытыусы, өйрәтеүсе, белдереүсе
Тәзкирә // Тәскирә ғәр. — иҫтәлек; бүләк
Тәҡлимә ғәр. — бөтөн яҡтан уңған
Тәнзилә ғәр. — һөйкөмлө, нәфис
Тәңкәбикә баш. — тәңкә+бикә
Тәскиә неол., ғәр. — пакланған
Тәслимә ғәр. — сәләмләү
Тәслиә ғәр. — йыуаныс
Тәхиә ғәр. — сәләм; яҡшы теләк
Тәхлимә ғәр. — маҡтау, дан

(Дауамы бар).


Вернуться назад