Малайҙар ҡыҙҙарҙан ниндәй сифаттары менән айырыла? Көлөргә ашыҡмағыҙ. Күптәр уйлағанса, бер ҡатлы һорау түгел был. Тышҡы айырмалыҡтарҙан тыш, физиологик, психологик йәһәттән тура килмәүсәнлек тә бар.
1 Ҡыҙ балалар иртәрәк һөйләшә башлай.
2 Ҡыҙҙар музыкаға һәләтлерәк. Улар һирәк яңылыша. Малайҙар менән сағыштырғанда, иҫәп 6:1.
3 Малайҙар ҡыҙыу ҡанлы. Улар ыҙғыш-талашта — алты тапҡырға, юл хәрәкәтендә дүрт тапҡырға күберәк ҡатнаша.
4 Малайҙар ижадҡа нығыраҡ тартыла. Был фекер иҫбатланған: малайҙар йыш ҡына яңы уйындар уйлап таба, ә ҡыҙҙар иҫке, билдәлеләренә яраҡлаша икән.
5 Ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда тиҙерәк ҙурая, әммә үҫеүҙән иртәрәк туҡтай.
6 Ғәҙәттә, ҡыҙҙар күберәк һөйләшә тибеҙ, ә белгестәр киреһен иҫбатлай. Ирҙәр, кешене тыңлауға ҡарағанда, үҙҙәре һөйләүҙе артығыраҡ күрә. Йыйылыштарҙа, ултырыштарҙа гел ирҙәр һөйләүен иҫкә төшөрөү ҙә был фекерҙе раҫлай.
7 Һулаҡайҙарҙың күбеһе малайҙар икән. Ғөмүмән, уларҙың һул ҡулы ҡыҙҙарҙыҡы менән сағыштырғанда, иркенерәк хәрәкәтләнә.
8 Ҡыҙҙарҙың уң күҙе яҡшыраҡ күрә, уң ҡолағы яҡшыраҡ ишетә.
9 Малайҙар математикаға һәләтлерәк. Американдар фекеренсә, иҫәп: 12 : 1.
10 Ҡыҙҙар баллы, ә малайҙар тоҙло аҙыҡты ярата.
11 Ҡыҙҙар сит тел өйрәнеүгә һәләтлерәк.
12 Малайҙар рәхимһеҙерәк, тип раҫлай психологтар. Иҫәп: 1:15.
13 Ҡыҙҙар спортҡа иғтибарһыҙыраҡ.
14 Ҡыҙ балалар иртәрәк атлай башлай.
15 Үҫмерҙәр араһында малайҙарҙың — 27, ә ҡыҙҙарҙың 55 проценты китап уҡый. Малайҙар — мажаралы, фантастик, ҡыҙҙар романтик, сентименталь әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына.
16 Ҡыҙҙар үҙ һәләттәрен тыйнағыраҡ баһалай. Малайҙарҙың күбеһе тырыш булмауын таный.
17 Ҡыҙҙар эште уйлабыраҡ эшләй, ә малайҙар йыш ҡына аңын-тоңон ҡарап тормай.