Был байрамдар хаҡында мөмкин тиклем тулыраҡ һөйләргә һәм мәҡәләне халыҡтан яҙып алған яңы мәғлүмәттәр, шулай уҡ аңлатмалар менән байытырға булдым. Яңы материалдар кәкүк байрамының, ҡарға туйының мифологик нигеҙен яҡшыраҡ аңларға форсат бирә.
Элек кәкүк сәйенә ҡатын-ҡыҙ ғына йөрөгән. Кем кәкүк саҡырыуын беренсе ишетә, шул ауылға хәбәр һала. Беренсе йәшеллек күренгәс, кәкүк ҡысҡырҙы, тибеҙ. Май баштарында йылы, тыныс, матур көндәр була. Кәкүк саҡырған көндә йә иртәгәһен үк ҡырға сығабыҙ. Кәкүк тауышын ишетмәйенсә, берәү ҙә байрамға ҡуҙғалмай. Был көндә күп итеп йомортҡа бешереп, буяп ҡуя инек. Яланда ҡалҡыу урында уларҙы тәгәрәтәбеҙ. Өлкәндәр балаларға бирә лә тәгәрәттерә.
– Ана, минеке шәберәк!
– Ҡара әле, һинеке ҡайҙа тиклем! – тип ярыштыраһың. Кемдеке оҙағыраҡ, йырағыраҡ тәгәрәй – шулай ярышып, бәхет юрайҙар.
– Ғүмерең оҙон булһын!
– Балаларың күп була!
– Бәхетле булаһың!
Тәгәрәткәндә ватылған күкәйҙе мотлаҡ ашайбыҙ. Ҡабығын ағас төбөнә һалып китәбеҙ. Ергә-һыуға,ҡоштарға бағышлайбыҙ.
– Ризыҡ булып ҡайт! – тиһең.
Күкәй – тереклек башы бит. Кәкүктән ғүмер һорайбыҙ. Ул ҡысҡырғанда төрлөһөн юрап һанай инек: берҙе ҡысҡырһа – кейәүгә сыға, икене ҡысҡырһа – парлы була һ.б.
Кәкүк ҡысҡырған ағасты ҡосаҡлап һөрәнләйҙәр:
– Кәкүк! Кәкүк! Миңә нисә йәш бирәһең?!
Түңәрәктә “Наза”, “Парлы”, “Өсмөйөш” һ.б. уйындар уйнап, йырлап, бейеүҙәр була.
Аш, бутҡа бешә. Һәр кем өйөнән һый алып килә: май, ҡорот, ҡоймаҡ, ит, күнәкләп һөт, ярма йәки балалар өйҙән-өйгә йөрөп моҡсайға күстәнәс йыя: ҡыҙыл эремсек, ҡаҡ, күкәй һ.б. Ҡысҡырған һайын: “Ана, кәкүк һорай!” – тибеҙ. Уйын уйнағанда, йырлашҡанда тәүҙә кәкүкте маҡтап алырға кәрәк, ти ине ололар. Иртәнге нур менән сығырға кәрәк. Кәкүк нурға ҡойондора, нурландыра, ти. Һәммәһе ғүмер яңырта, дәүер башлай бит инде. Ошолай ти ине Ейәнсура районының Абҙан ауылында йәшәгән өләсәйем Гөлфара Камил ҡыҙы Йылҡыбаева.
Ғәҙәттә, бәләкәй баланан ҡысҡыртҡандар:
– Кәкүк! Ҡасан кейәүгә сығам?
– Кәкүк! Ҡасан кәләш алам?
– Кәкүк! Йәй нисек була?
Туғайҙа ошолай әйтә-әйтә һанау, ҡоштан “хәбәр” көтөү үҙе үк кәкүкте ҙурлау, маҡтау була. Элек кәкүккә бағышлап йырҙар ҙа йырланған. Уларҙың нигеҙе ана шул ҡошто ризалатып маҡтауға, күңелен күреүгә бәйле. Ә ҡош халыҡ мифологияһында Күк Тәңре, Хоҙай илсеһе, серле зат һаналған.
“Барын бергә эшләй, бергә уйлай инек. Күрше күршегә кермәй хәҙер. Ә йәштәр муллыҡҡа ҡотора. Беҙ сабырлыҡ менән еңгәнбеҙ. Байрамдарҙы бергә үткәрҙек, хәтәрен дә уртаҡ күтәрҙек. “Һеҙ унда, уйнағанда-көлгәндә, сәскә маҡтап йөрөмәгеҙ, кәкүкте маҡтағыҙ”, — ти ине бабайҙар.
Кәкүкте маҡтағандан һуң барыһы ла түңәрәктә йөрөп бейей, йырлай. Изге теләк теләр алдынан оло инәйҙәр аят уҡый. Түңәрәк эсендә берәү бейеһә, ҡалғандар “Кә-күк!”, “Кәк-күк!” тип тора. Түңәрәккә сыҡҡан һәр бер ҡыҙға “Кәк-күк!” тип сәбәкәйләйҙәр. Һәр ваҡыт ҡулдар өҫкә, һауаға йүнәлгән.
Кәкүк сәйе үтә торған урынға билдә ҡуйыла. Ҡайындарға, ҡыуаҡтарға ҡыҙыл, аҡ, күк ҡорамыштарҙы нәҙек кенә итеп суҡлап тағып сығалар. Ҡайтҡанда уларҙы алмайҙар. Һуңынан шул билдәле урынға барып, ҡыҙҙар төрлө уйын уйнай. Ейәнсура районының Абҙан ауылында был байрамды өйрәтеп, урын-еренә еткереп үткәреүсе Фәғилә инәй Сафарова (Ғәлина) булған. Ул 105 йыл йәшәгән!
Кәкүк сәйенә матур итеп кейенешеп баралар. Олораҡ ҡыҙҙар яулыҡты сөйөп, ә бәләкәйерәктәре өсмөйөшләп бәйләй. Оло инәйҙәр, килендәр ҡашмау кейә.
Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.
(Дауамы бар).