“Төньяҡ ҡапҡа” һоҡландыра24.01.2014
“Төньяҡ ҡапҡа” һоҡландыра
Маҡсатҡа ярашлы тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе һәр саҡ ҡыуаныслы. Башҡортостандың “төньяҡ ҡапҡаһы” булған Яңауыл районы етәкселеге һуңғы йылдарҙа был хәҡиҡәтте тормошҡа ашырыу йәһәтенән ныҡышмалы һәм, әйтергә кәрәк, емешле эш алып бара. Төрлө кимәлдәге бюджет аҡсаларына һәм тейешле йүнәлештәге республика программаларына ярашлы бүленгән матди сығымдар иҫәбенә яңы объекттар сафҡа инә, иҫкергәндәре яңыртыла һәм заманса йыһазландырыла.


“Төньяҡ ҡапҡа” һоҡландыраБылтыр апрелдә, мәҫәлән, “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексын файҙаланыуға тапшырыу ҡала халҡы өсөн ысын байрамға әйләнде. Тәүҙә ошо объектты, артабан төҙөкләндереү һөҙөмтәһендә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән 2-се ҡаҙанлыҡ менән лицейҙы ҡарап сыҡҡандан һуң республика башлығы Рөстәм Хәмитов яңауылдарҙы яңыртыу эшен тағы ла әүҙемләштерергә дәртләндереп киткәйне. Быйылғы тәүге хеҙмәт аҙнаһында шул мәлдән алып башҡарылған эштәргә үҙенсәлекле һәм шатлыҡлы йомғаҡ яһалды: бер көндә ҡалала һәм райондың өс ауылында үҙгәртеп ҡоролғандан һуң биш социаль объект асылды. Уларҙың һәр ҡайһыһы көтөп алынған һәм үҙ урынында. Иң мөһиме – халыҡ өсөн әһәмиәттәрен әйтеп бөтөргөһөҙ.
Яңауыл ҡалаһындағы балалар поликлиникаһы сирек быуат элек сафҡа индерелгән. Ваҡыт үтеү менән уның бүлмә-ҡоролмалары ныҡ иҫкергән, етмәһә, 2012 йылдағы дауыл һәм ҡойма ямғыр һөҙөмтәһендә ҡыйығы емерелеп, бина бөтөнләй тиерлек файҙаланыуға яраҡһыҙға әйләнә. Талап ителгән тулы төҙөкләндереүҙе башҡарыу өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, дөйөм алғанда, һигеҙ миллион һумдан күберәк аҡса бүлгән. Һөҙөмтәлә ҡыйыҡ, ишек-тәҙрәләр, иҙәндәр, шулай уҡ йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү, елләтеү системалары, электр селтәрҙәре тотошлай алмаштырылған, 700 квадрат метрға яҡын майҙанлы бүлмәләрҙә биҙәү эштәре башҡарылған, ишек алдында инвалид балалар өсөн пандус ҡуйылған, һаҡ һәм янғынға ҡаршы көрәш ҡорамалдары йыһазландырылған.
Балалар поликлиникаһы сменаһына 175 ауырыуҙы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Унда тырыш һәм халыҡ араһында абруй ҡаҙанған табиптар, шәфҡәт туташтары эшләй.
“Төньяҡ ҡапҡа” һоҡландыра— Ҡалала һәм районда йәшәгән 17 йәшкә тиклемге 10 меңдән ашыу бала һәм үҫмерҙең оло тормошҡа сәләмәт, хеҙмәткә яраҡлы булып аяҡ баҫыуы өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ, — тип белдерҙе үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Римма Хәкимова.
Районда киләсәк быуын тураһында эҙмә-эҙлекле хәстәрлек күрелеүенең тағы ла бер миҫалы – Яңауылдағы “Туҡланыу комбинаты” муниципаль учреждениеһы. Уны сафҡа индереү уҡыусыларға йылы аш әҙерләүҙе үҙәкләштереү ысулы менән мәғариф өлкәһендәге дөйөм сығымдарҙы биш миллион һумдан ашыуға кәметеү мөмкинлеген биргән. Комбинаттың аш-һыу әҙерләү цехындағы 407 мең һумлыҡ өр-яңы ҡорамалдар ярҙамында 5127 (572-һе – күп балалы ғаиләнән) уҡыусы өсөн юғары сифатлы ризыҡ етештерелә. Уның хаҡын арзанайтыу маҡсатында район бюджетынан быйыл, мәҫәлән, 5,2 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған, ә республика ҡаҙнаһынан килгән 4,1 миллион һум күп балалы ғаиләләрҙә һәм мәктәп ҡарамағындағы интернаттарҙа йәшәгән уҡыусыларҙы өҫтәмә туҡландырыуға йүнәлтеләсәк.
“Туҡланыу комбинаты” районға “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан бушлай бирелгән элекке кафе бинаһында урынлашҡан. Нефтселәрҙең яңауылдарға ярҙамы бының менән генә сикләнмәй. Шул уҡ көндә Яңы Уртауылда үҙ ишектәрен асҡан амбулаторияны төҙөкләндереү, барлыҡ талаптарға ярашлы яңыртыу “Система” хәйриә фонды тарафынан бүленгән 6,5 миллион һум аҡсаға башҡарылған. Был эштәрҙе, амбулатория хеҙмәтләндерәсәк 17 ауыл халҡын ҡыуандырып, Демьян Мостафин етәкләгән “Ағиҙелстроймаркет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҡшы сифат менән декабрь аҙағына үтәп сыҡҡан.
Ауыл старостаһы Венера Дәүләтбаева, тантанала яҡташтары исеменән сығыш яһап, амбулатория өсөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа, республика парламенты депутаты Илдар Ғарифуллинға, Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтовҡа оло рәхмәт белдерҙе. Район етәксеһе үҙ сиратында яңы уртауылдарҙы, яҡын-тирәләге ауылдар халҡын игенселекте һәм малсылыҡты тергеҙеп, артабан күтәреү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән әүҙемлеккә саҡырҙы.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 15 медицина хеҙмәткәре эшләйәсәк, уларға ауырыуҙарҙы дауалау өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған: физиотерапия һәм диагностика кабинеттары, лаборатория заманса йыһазландырылған, ашығыс ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре лә ҡаралған. Был – район үҙәгенән 35-40 саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән 2,5 меңгә яҡын кешенең юғары сифатлы медицина ярҙамын тейешле ваҡытта аласағына ышанысы.
Һуңғы йылдарҙа ҡалаларҙа ғына түгел, күп ауылдарҙа ла мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына мохтажлыҡ артты. Шуға ла 35 урынға иҫәпләнгән “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһын асыу Истәк ауылы халҡы өсөн, әлбиттә, оло шатлыҡҡа һәм байрамға әүерелде.
Ауыл хужалығы кооперативы идараһы бинаһын балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡороуҙы район хакимиәте 2011 йылда уҡ башлағайны. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ойошторған “Халыҡ ҡаҙнаһы” проектына ярашлы, был маҡсатта адреслы программа буйынса аҡса алынды. Төрлө ҡаршылыҡты еңеп сығыу һөҙөмтәһендә 600 квадрат метрға яҡын майҙанлы ике ҡатлы балалар баҡсаһы сабыйҙарҙың шат тауыштарына күмелде. Улар өсөн бында бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Төрлө йыһаздарҙан башлап, кер йыуыу һәм аш бешереү урындарына, йоҡо һәм уйын бүлмәләренә, уйынсыҡтарға һәм төрлө эш ҡоралдарына тиклем бар нәмә заман талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “... беҙ сәхнәгә күтәрелһәк, ай-һай, дуҫтар, кем уҙар?” тигән шиғри юлдарын яңауылдарҙың үҙҙәренә ҡарата ҡулланыуында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ. Ысынлап та, тиҫтәләрсә йыл рәттән мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә, халыҡ таланттарын яңы үрҙәргә күтәреүгә районда ҙур иғтибар бирелә. Бында тыуып үҫкән, ижад ҡанаттарын нығытҡан Башҡортостан һәм Татарстан “йондоҙ”ҙарына айырым туҡталмай, Яңауылда тамыр йәйеп, республика һәм ил кимәленә күтәрелгән ике сараны ғына — йырсыларҙың Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсын һәм “Моңға бай гармун байрамы”н – телгә алыу ҙа етә. Шуға ла Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылының Яңауыл районында ауыл мәҙәниәт йортон асыуҙан башланып китеүе осраҡлы түгелдер. Удмурт ауылы Иҫке Вәрәштә мәҙәниәт усағының төҙөкләндереүҙән һуң эш башлауына арналған тантанала сығыш яһап, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев был турала бик тапҡыр һәм кинәйәле әйтеп китте. Форсаттан файҙаланып, ул республикала йәшәгән удмурт халҡы исеменән илебеҙҙең төрлө төбәгендә уңышлы сығыш яһаусы “Югдон” халыҡ фольклор ансамбленә министрлыҡтың Рәхмәт хатын тапшырҙы, мәҙәниәт йортона методик ҡулланмалар бүләк итте.
“Төньяҡ ҡапҡа” һоҡландыраУҙған быуаттың 60-сы йылдары башында сафҡа инеп, ярайһы уҡ иҫкергән клубты төҙөкләндереү “Ауыл ерендәге иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” республика конкурсының 100 мең һумлыҡ гранты иҫәбенә башҡарылған. Пластик тәҙрәләр, заманса ағас ишектәр ҡуйыу бер булһа, икенсенән, 200 урынлыҡ бина газ менән йылытыуға көйләнгән. Бынан тыш, 36 мең һумға сәхнә кейемдәре алынған.
Яңауыл районында бер көндә биш социаль объектты сафҡа индереү тантаналары Иҫке Вәрәш ауылында мәҙәниәт йорто асыуға бағышланған матур концерттан башланһа ла, уны тасуирлауҙы юҡҡа ғына яҙма аҙағына ҡалдырманым. Был, беренсенән, Мәҙәниәт йылының башында республикабыҙҙың “төньяҡ ҡапҡаһы”нда ойошторолған шундай матур сара тороуын айырып билдәләү теләгенән булһа, икенсенән, район халҡының, Илшат Вәзиғәтов етәкләгән хакимиәттең хужалыҡ тармаҡтарының барыһын да яңыртыу юлында емешле эшләүен әйтеү ниәтенән.
Яңы башланған Йылҡы йылында яңауылдарға яңы уңыштар юлдаш булһын, уларҙың аттары арымаһын!


Вернуться назад