Йырҙарҙа данланған Ашҡаҙар йылғаһының исеме беренсе тапҡыр XII быуатта йәшәгән ғәрәп географы Әбү Абдаллах Мөхәммәд әл-Идрисиҙең әҫәрендә телгә алына булһа кәрәк. Ундағы Анхадарҙы И.Г. Коновалова Ашҡаҙар менән бәйләй.
Юрматы башҡорттарында был атаманың "ашҡа зар булдыҡ", "аҫ ҡаҙаныңды (йылға буйында)" тигән һүҙбәйләнештәрҙән килеп сыҡҡаны хаҡында риүәйәттәр һаҡланған. Күренекле ғалим Ж. Кейекбаев заманында "Ашҡаҙар" гидронимының "ҡашҡа" (ашҡа) һәм "даръя" һүҙҙәренән хасил булыуы тураһында яҙып сыҡҡан. Тәүгеһе боронғо иран телдәрендә "аҡ, таҙа" тигәнде аңлатҡан, тигән ул. "Даръя" иһә һыу, йылға төшөнсәһен бирә (мәҫәлән, Сырдаръя, Амударъя). Ж. Кейекбаевтың был фекере "Башҡортостандың топонимдар һүҙлеге"нә лә инеп киткән. Уны төҙөгән А.А. Камалов был ҡарашты тағы ла киңәйткән: Мөхәмәтша Буранғоловтың боронғо батырҙарҙы "ҡашҡа" тип атағандары тураһындағы һүҙҙәренә иғтибар иткән.
Археолог Р. Б. Әхмәров "ашҡ" һүҙенең тажик телендә йәште, илауҙы аңлатҡанын, ҡордтарҙағы "әшк"тең шулай уҡ һыҡтау икәнен яҙған, һөҙөмтәлә Ашҡаҙар гидронимын "ашҡ" (йәш, илау) һәм "дар" (һыу, йылға) һүҙҙәре менән бәйләгән. Әммә ҡайһы бер әҫәрҙәрҙә "Ашхадар" тигән антропоним (кеше исеме) бар. Мәҫәлән, беҙҙең эраның II быуатында Әрмән илендә Ашхадар тигән батша булған. Боронғо әрмән тарихсыһы Мовсес Хоренаци яҙыуынса, әрмән батшаһы Трдат (Тиридат) III аландар батшаһы Ашхадарҙың ҡыҙы Ашхенға өйләнгән. Был антропонимға хәҙерге испан ғалимы А. Алемань иғтибар иткән. Ул боронғо әрмән әҫәрендәге кеше исемен алан (сармат) һүҙенә бәйләй, иран телендәгеләр менән сағыштыра. Шулай итеп, антропонимдың килеп сығышы батшаны, кенәзде аңлатҡан титулға барып тоташыуын әйтә.
"Урал батыр" эпосында Башҡортостандағы ҙур йылға атамаларының кеше исеменән килеп сығыуы хаҡында әйтелә. Ошо йәһәттән, бәлки, Ашҡаҙар йылғаһының исеме лә антропонимға барып тоташалыр тигән фекер тыуа. Күренеүенсә, боронғо әрмән һәм алан батшаларының исемдәре беҙҙең данлыҡлы йылғаныҡына бик яҡын.
1950 — 1960 йылдарҙа сыҡҡан археологик әҙәбиәттә аландарҙың Башҡортостанда булыуы тураһында күп яҙылды. Айырыуса Р.Б. Әхмәров әүҙем сығыш яһаны. Бәлки, Турбаҫлы археологик мәҙәниәтен иран телле халыҡтар менән бәйләү урынлылыр. Һуңғы йылдарҙа был мәҙәниәттең Кавказдан йә иһә Арал буйынан (унда ла аландарҙың йәшәүе билдәле) күсенеүе тураһында гипотезалар танылыу алды. Боронғо иран ырыуҙарының, ҡәбиләләренең башҡорт халҡының этногенезында ҡатнашыуы ла берәүҙә лә шик тыуҙырмай. Хатта төрки телдәрҙең килеп сығышы ниндәйҙер кимәлдә боронғо иран телдәре менән бәйле булыуы бик ихтимал. Әлбиттә, был йәһәттән ғалимдар үҙ фекерен әйтергә тейеш, һәм улар беҙ килтергән мәғлүмәттәргә иғтибар итер, тип ышанабыҙ.
Шамил ИҪӘНҒОЛОВ,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты.