Һәр нәмәнең, кешенең үҙенә генә бирелгән тәғәйен исеме була. Ошоға бәйле гәзит уҡыусылар менән "Ейәнсура" һәм "Йәнсура" атамалары тураһында фекер уртаҡлашмаҡсымын.
Бөйөк Ватан һуғышына хәтлем беҙҙең район Йәнсура тип йөрөтөлә ине: быны документтарҙағы мисәттәрҙән, баҫмаларҙан да күрергә мөмкин. Ни өсөн Ейәнсураға әйләнеп киткән һуң ул? Минең һәм башҡа күптәрҙең фекеренсә, "Йәнсура" һүҙе заманында башҡортсанан урыҫсаға "Зиянчура" ("Зианчура") тип яңылыш тәржемә ителгән, сөнки урыҫтарға "йән" һүҙен әйтеүе ауырыраҡ. Һөҙөмтәлә "Зианчуринский район" тигән һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килгән. Башҡорттар үҙ сиратында уны анһат ҡына "Ейәнсура" тип тәржемә итеп тә ҡуйған.
Билдәле булыуынса, "сура" башҡортса "батыр" тигәнде аңлата. Уның алдына "йән" ҡушылып, бик матур атама — "Йәнсура" — барлыҡҡа килгән. Ғөмүмән, был тамыр заманында байтаҡ яңы исем, һүҙ яһалыуға сәбәпсе булған. Мәҫәлән, Йәнбикә, Йәнһылыу, Йәнбирҙе, Йәноҙаҡ, Йәнбулат, Йәндәүләт, Йәнбай, йәнфарман, йәнтәслим, йәнәш (йәнләш) һәм башҡалар. Бер ҙә Ейәнбикә, Ейәнһылыу, Ейәнбирҙе, Ейәноҙаҡ, Ейәнбулат һ.б. түгел.
Ғөмүмән, һүҙҙәрҙе йәки уларҙың өлөшөн яңылыш тәржемә итеп, бөйөк Рәми Ғарипов данлаған "көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла" телебеҙҙе боҙабыҙ. Был турала БДПУ профессоры Миңһылыу Усманова бик дөрөҫ әйтә. "Башҡортостан" гәзитендә йылдан ашыу донъя күргән "Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!" тигән дауамлы мәҡәләһенән күренеүенсә, ҡытыршылыҡтарҙы тәржемә менән мауығыуҙа күрә ул. Шул сәбәптәндер, моғайын, башҡа ҡайһы бер һүҙҙәр ҙә башҡортса түгел, урыҫса яңғырай. Миҫал өсөн "август" һүҙен алайыҡ. Һөйләшкә ярашлы, уны "ауғыс" тип яҙып булмаймы икән? "Январь" тимәйбеҙ бит, "ғинуар" тип әйтәбеҙ һәм яҙабыҙ.
Дөйөм алғанда, беҙҙең райондың атамаһының башҡортса дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы "Йәнсура" булырға тейештер. Башҡалар нисек уйлай икән?
РЕДАКЦИЯНАН. Белеүегеҙсә, мәҡәлә авторы күтәргән мәсьәләгә ҡарата педагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры Рафаэль Аҙнағолов та "Башҡортостан" гәзитендә бер нисә тапҡыр фекерен белдергәйне. Ул да район атамаһының "Йәнсура" булырға тейешлеге хаҡында әйтте. Башҡа гәзит уҡыусыларыбыҙ, тел белгестәре, тарихсылар, тәржемәселәр, уҡытыусылар нисек уйлай? Һеҙҙе фекер алышыуға саҡырабыҙ.