Эштә барығыҙ ҙа ҡатнаша ала24.01.2014
Эштә барығыҙ ҙа ҡатнаша алаЭштә барығыҙ ҙа ҡатнаша алаХөрмәтле гәзит уҡыусылар! "Фотоғәйепләү" рубрикаһы быйыл да дауам итә. Белеүегеҙсә, унда донъя күргән хаталы яҙмаларҙы сара күреү өсөн урындағы етәкселеккә ебәрәбеҙ. Һөҙөмтәлә ыңғай яуап алына, алтаҡталарҙың күбеһе яңыртыла. Тимәк, хаталарҙы бөтөрөүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Унда һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар: үҙегеҙ йәшәгән тәбәктә урам исемдәрендәге, алтаҡталарҙағы башҡортса яҙмаларҙа хата күрһәгеҙ, фотоға төшөрөп, редакцияға ебәрегеҙ.
"Башҡортостан" гәзитендә тәржемә хеҙмәте күрһәтелеүен дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бүлектең телефоны — 8 (347) 273 90 66.


Вернуться назад