Башҡортостан һәм Рәсәй Конституциялары статьяларында беҙ йәшәгән субъекттың исеме "Башҡортостан Республикаһы" тип раҫланған. Шуға ҡарамаҫтан, төрлө гәзит биттәрендә, үҙәк телеканалдарҙа төбәгебеҙҙең атамаһын боҙоп, "Башкирия" тип яҙыу, һөйләү көндән-көн күбәйә бара.
Республикабыҙҙың дөрөҫ исемен һанға һуҡмау үҙебеҙҙәге ҡайһы бер мәғлүмәт сараларында ла күҙгә ташлана. Был эштә айырыуса үҙәк гәзиттәр, "АиФ Башкортостан", "Российская газета. Неделя Башкортостан" "тырышлыҡ" күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ республикабыҙҙа ла ошо “өлгө”гә эйәреүселәр байтаҡ. Ниндәй ҡарашлы кешеләр, журналистар эшләй икән уларҙа? Республиканың исемен ниңә боҙалар? Икенсенән, бөтә яҙмаларҙа ла тиерлек "Башкирия"ның эргәһендә "Татарстан" тип ҡуйыла. Быны нисек аңларға: төйәгебеҙҙе һанға һуҡмаумы, мыҫҡыл итеүме, яуызлыҡ күрһәтеүме, әллә наҙанлыҡмы?
Башҡортостан юлдаш телеканалындағы ҡайһы бер урыҫса тапшырыуҙарҙа ла ауыҙ тултырып "Башкирия" тип һөйләйҙәр. Был һүҙ айырыуса әңгәмәләрҙә, тура эфирҙарҙа яңғырай. Араларында "Беҙҙә ундай республика юҡ", тип әйтергә баҙнат иткән кеше лә осрамай бит...
Һуңғы ваҡытта илһөйәрлек тураһында йыш һөйләй башланылар. Белеүебеҙсә, ул тыуған ерҙән башлана. Ә Ватаныңдың исемен боҙоп, мәсхәрәләп йөрөһәң, ниндәй патриотизм булыуы мөмкин?
Былтыр, белеүебеҙсә, Татарстанда ҙур фажиғә булды. "Беренсе канал"ды бер нисә көн буйы ҡарап, тыңлап ултырып, шуға иғтибар иттем: Мәскәүҙән килгән вазифалы кешеләрҙең ауыҙынан бер мәртәбә лә "Татария" тигән һүҙ ишетелмәне, "Татарстан" тип һөйләнеләр. Үҙәк телеканалдарҙа ла шундай уҡ сәйәсәт. Ә беҙ һаман да "Башкирия" булып ҡалабыҙ. Күршеләребеҙ менән ғорурланырға, уларҙан өлгө алырға кәрәк: үҙҙәрен хөрмәт иттерә беләләр.
Беҙҙә төрлө ваҡиғаға арнап, кәрәкме-юҡмы, шау-шыулы конференциялар ойошторалар. Ни өсөн әлеге мәсьәлә буйынса ла, ситтән килгән гәзиттәрҙе лә йәлеп итеп, берәй сара үткәрмәҫкә? Һәр хәлдә, Башҡортостаныбыҙға ҡурҡыныс янамаймы икән, тип хәүефләнергә нигеҙ бар: бөгөн — исемен, иртәгә үҙен бөтөрөп, губерна итеп ҡуйыуҙары ла ихтимал бит.