Ярҙам күрһәтеләсәк21.01.2014
Яңауылдағы күп фатирлы йортта газ шартлауы буйынса тикшереү эштәре дауам итә. Уны Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса етәксеһе Алексей Касьянов шәхси иғтибарға алды.


Һөҙөмтәлә Рәсәй Енәйәт кодексының 238-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ул хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән тауарҙарҙы етештереү, һаҡлау, күсереү, эштәр йәки хеҙмәттәр башҡарыу сәбәпле, яңылыш ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә килтереүгә бәйле.
Асыҡланыуынса, янғынға 12 литрлы газ баллонындағы газлы һауа ҡатнашмаһының шартлауы сәбәпсе булған. Билдәле булыуынса, фатир хужаһы өйөндә ремонт эшләү өсөн баллонды үҙе һатып ала һәм тултыра.
Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, әле енәйәттең бөтә шарттарын да асыҡлау өсөн тикшереү эштәре алып барыла. Ҡаза урынын тулыһынса ҡарап сыҡҡандар, унда шартлаған газ баллоны табылған. Шулай уҡ алты һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙҙарҙың шәхесен таныу өсөн экспертиза билдәләнгән.
Фажиғә ваҡытында зыян күргән һәр кемгә аҡсалата компенсация түләнәсәк. Уның күләме яҡындарын юғалтҡан ғаилә ағзалары өсөн бер миллион һумдан кәм булмаясаҡ. Шулай уҡ яраланғандарға ла компенсация ҡаралған, күләме йәрәхәттең ауырлығынан сығып хәл ителә. Милкен юғалтҡандар өсөн дә аҡсалата түләү бар. Президенттың ҡушыуы буйынса, яҡын арала торлаҡһыҙ ҡалған һәр кемгә кәрәк-яраҡ алыу өсөн бишәр мең һум бирелде. Быларҙан тыш, дауаланып сыҡҡан кешеләр республика шифаханаларында һаулығын түләүһеҙ нығыта аласаҡ. Рөстәм Зәки улы урындағы властарға иң ҡыҫҡа ваҡытта ҡаза күргәндәрҙең документтарын тергеҙергә ҡушты.
Янғындан ныҡ зыян күргән йорт хужаһы менән уның улы баш ҡалалағы 18-се дауаханаға күсерелгән. Табиптар уларҙың хәлен үтә ауыр тип баһалай. Кисә тағы бер йәрәхәтләнгән кеше Өфөгә килтерелде. Ҡаза күреүселәр өсөн ҡанды республика ҡан биреү станцияһында һәм Нефтекамалағы филиалында ҡабул итәләр.


Вернуться назад