Уҙған йомала Яңауыл ҡалаһында һәм райондың өс ауылында үҙгәртеп ҡоролғандан һуң биш социаль объект файҙаланыуға тапшырылды.
Уларҙы тантаналы асыуҙа Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика парламенты депутаты Илдар Ғарифуллин, Мәҙәниәт, Мәғариф һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары вәкилдәре, район хакимиәте, предприятие һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.
Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығында тантаналы шарттарҙа үҙ ишектәрен беренсе булып асҡан объект – Иҫке Вәрәш ауылындағы мәҙәниәт йорто. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында эш башлап, ваҡыт үтеү менән һиҙелерлек иҫкергән был мәҙәниәт усағын төҙөкләндереүҙән һуң танырлыҡ та түгел.
Истәк ауылында 35 урынға иҫәпләнгән “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы асылды. Ул Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ойошторған “Халыҡ ҡаҙнаһы” проекты нигеҙендә үҙгәртеп ҡоролған элекке хужалыҡ идараһының ике ҡатлы бинаһында урынлашҡан.
Районда төҙөкләндереүҙән һуң ике һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эш башланы. Уларҙың тәүгеһе – ҡалала сменаһына 175 ауырыуҙы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһы, икенсеһе – район үҙәгенән 35-40 саҡрымда ятҡан ун ете ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк амбулатория. Ул Яңы Уртауылда урынлашҡан. Яңыртып төҙөү “Система” хәйриә фонды тарафынан бүленгән 6,5 миллион һум аҡсаға башҡарылған.
Ҡалала “Туҡланыу комбинаты” муниципаль учреждениеһы эшләй башлауы – төбәктә киләсәк быуын тураһында эҙмә-эҙлекле хәстәрлек күрелеүенең тағы бер миҫалы. Бында 5 127 уҡыусы өсөн йылы аш әҙерләнә.
Яңырыуға ныҡлы юл алған Яңауыл яңы йылды шулай матур башланы.
А. ИҘЕЛБАЕВ.
(Социаль объекттарҙы асыу тураһындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең йома һанында уҡырһығыҙ).