Ҡышын ҡалҡҡан “Йәйғор”21.01.2014
Ҡышын ҡалҡҡан “Йәйғор”
Стәрлебаш районының Мәҡсүт ауылында балалар баҡсаһы асылыу шатлығын уртаҡлашырға барырға тип бер аҙна алдан әҙерләнеп йөрөһәм дә, көнө килеп еткәс, көтмәгәндә сыҡҡан буран ниәтте һүрелдерә яҙҙы.


Тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына ҡарамай, шулай ҙа юлланырға булдым. Әлдә барғанмын, иҫ киткес ҡупшы баҡсаны үҙ күҙҙәрем менән күреү, унда тәрбиәләнгән сабыйҙарҙың ҡыуанысын тойоу күңелдә аңлатып бөтә алмаҫлыҡ шатлыҡ уятты, дәрт-дарман өҫтәне.
Балалар, баҡса коллективы һәм ата-әсәләрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте етәкселеге лә килде.
— Бындай күркәм балалар баҡсаһы асылыуы – бер ауылдың ғына түгел, ә тотош район халҡының да һөйөнөсө, сөнки ул киләсәктә күрше-тирә ауылдарҙың да кескәйҙәрен үҙенә һыйындырасаҡ. Баҡсала 85 балаға урын ҡаралған, өҫтәүенә 19 кеше эш урыны менән тәьмин ителде. Күркәм йортта сабыйҙарға рәхәтләнеп үҫергә, ә тәрбиәселәргә ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала, — тип белдерҙе тантанала хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфиянова.
Тыуған көнөндә “Йәйғор” исеме алған был баҡса заман талаптарына бар яҡлап та яуап бирә. Бигерәк тә унда “аҡыллы йәмғиәт” (“смарт-йәмғиәт”) моделенә таянып эш алып барыласағы иғтибарға лайыҡ. Тимәк, “Йәйғор”ҙа аң даирәһенә, аралашыуға һәм заманса технологияларға нигеҙләнеп, республиканың ысын патриоттарын, уны яратыусы, хөрмәт итеүсе һәм һаҡлай алыусы быуын тәрбиәләйәсәктәр! Ошо хаҡта район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Миниәхмәт Кәримов әйтеп үтте.
Әйткәндәй, районда әле тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөлә. 120 сабыйға иҫәпләнгән яңы учреждение Стәрлебаш ҡасабаһының Йәштәр биҫтәһендә ҡалҡасаҡ.

Венера ҒӘБИТОВА, әсә:
— Балалар баҡсаһы – етди мәсьәлә. Күп әсәләр декрет ялынан һуң аптырап ҡала, сөнки баҡсаларҙа урын етешмәй. Мәҡсүт ауылында шундай яҡшы баҡса асылыуына ҡыуанып бөтә алмайым. Биш йәшлек ҡыҙым Айһылыуҙы күрше Ибраҡай ауылынан йөрөтәм. Ауылдар араһы бер нисә саҡрым булһа ла, бер ҙә ҡыйынлығы юҡ, сөнки юл һәйбәт, махсус автобус йөрөтә. Сабыйыңды баҡсаға индереп урынлаштырғансы, хатта һине көтөп торалар. Бик уңайлы!

Зәкиә СӘФӘРҒӘЛИЕВА, “Йәйғор” балалар баҡсаһы мөдире:
— Заман талаптарына ярашлы төҙөлгән баҡсала балаларҙың физик һәм психик үҫеше, ялы өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Мәҫәлән, спорт менән шөғөлләнеү, медицина күҙәтеүе үтеү өсөн бүлмәләр, зал бүленгән, шул уҡ ваҡытта балалар психологы, релаксация кабинеттары эшләй. Аш-һыу, йоҡо, уйын бүлмәләре хаҡында әйтеп тә тормайым.
Хәүефһеҙлеккә лә иғтибар ҙур. Был йәһәттән “Йәйғор”ҙа видеокамералар, янғын сығыуын иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуйылған.


Вернуться назад