(Рәмил Шәрипов, “Аптырағандың көнөнән”, 2013 йыл, 25 октябрь)Белорет районының Баҡый ауылынан ошо автор тыуған ауылының үгәйһетелеүе, балаларҙың ике йөҙләп саҡрымдағы Белоретта ятып уҡыуы, уларын да Егәҙегә ҡәҙәр генә автобуста йөрөтөүҙәре, ә ҡалған 25 саҡрымлыҡ юлда һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә тейеш булыуы, йәнә бихисап мәсьәләләр хаҡында борсолоп яҙғайны.
“Мин һунарсы булараҡ, үҫмерҙәргә ҡарурманды үткәндә ҡош-ҡорт бәрлегеп ҡуймағайы тип айырыуса хафаланам. Һыуыҡ алдырһалар? Аптырамалы хәл. Нисек тыныс йоҡлайҙарҙыр Белорет түрәләре, Мәғариф министрлығындағы чиновниктар?” – тигән юлдар ҙа бар хатта.
Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Р. Хәбибов беҙгә ошондай хат ебәрҙе:
“Бөгөн Баҡыйҙа мәктәп йәшендәге 18 бала бар. Ауылда Егәҙенең филиалы һаналған белем усағы ябылды. 15 уҡыусы – Белорет лицей-интернатында, ә ҡалған өсәүһе Егәҙелә уҡый, туғандарында йәшәй. Аҙна һайын балалар Белорет – Егәҙе – Белорет маршруты буйынса мәктәп автобусы менән йөрөтөлә. Уларҙың дөйөм алыҫлығы – 200 километр. Ә инде Егәҙе менән Баҡый араһында юл булмау сәбәпле, балаларҙы транспортта йөрөтөү мөмкин түгел. Ошоға ҡәҙәр ата-әсәләрҙән балаларҙы транспортта йөрөтөү мәсьәләһенә ҡағылышлы мөрәжәғәт булманы”.