Еңеүселәр бүләкләнде21.01.2014
Башҡортостанда хәрби иҫәпте алып барыу, запастағы граждандарға бронь биреү буйынса республиканың урындағы үҙидара органдары һәм ойошмалары араһындағы бәйгенең 2013 йылғы еңеүселәре асыҡланды.

Конкурста 798 ауыл биләмәһе хакимиәте һәм 2 353 ойошма ҡатнашты. Урындағы үҙидара органдары араһында беренсе урынға Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы биләмәһе, икенсе урынға — Асҡын районының Ключи, өсөнсө урынға Краснокама районының Арлан ауыл биләмәһе лайыҡ булған.
Ойошмалар араһында беренсе урында — “Күмертау авиация етештереү предприятиеһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, икенсе урында — “Красноусол” шифаханаһы, ә өсөнсө урында — “Башнефть-Бурение” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Еңеүселәр грамоталар, аҡсалата премия, күсмә вымпел һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнгән.


Вернуться назад