Ҡырғауыл, Мысыр тауығы...21.01.2014
Ҡырғауыл, Мысыр тауығы...
Республикабыҙҙың ҡайһы төбәгенә туҡталмайыҡ, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы йүнәлешендә матур ҡаҙаныштарға өлгәшәләр. Өлгөр баймаҡтарҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылҡы аҫрауы, ныҡышмал илештәрҙең мул иген үҫтереүе, бал ҡортолай тырыш бөрйәндәрҙең күп бал алыуы, сәмсел мәләүездәрҙең гектар-гектар майҙанға шәкәр сөгөлдөрө сәсеүе һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Ә инде благоварҙарҙың ҡош-ҡорт менән дан тотоуын ситтә лә бик яҡшы беләләр.


– Беҙҙең яҡтың йылға-инештәргә бай булыуынан бигерәк халыҡтың егәрлелеген телгә алмау мөмкин түгел, – тип һөйләй "Благовар" тоҡомсолоҡ ҡош-ҡорт заводы дәүләт унитар предприятиеһының баш зоотехнигы Равина Хафизова. – Ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн уңайлы шарттарҙың тыуҙырылыуы кәрәк, әлбиттә. Әммә ялҡаулыҡ һиңә инеп оялаған икән, бер аҙым да алға атлай алмаясаҡһың. Хеҙмәткә түләү юғары ғына, бынан тыш, дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Шуға күрә һәр кем тырыша, эшенең ҡәҙерен белә.
Ҡырғауыл, Мысыр тауығы...Әйткәндәй, был предприятие Рәсәйҙә берҙән-бер тоҡомсолоҡ хужалығы һанала. Бында ҡаҙ, өйрәк, күркә, тауыҡ, хатта ҡырғауыл, Мысыр тауығын да күрергә мөмкин. Себештәрҙе генә түгел, ә уларҙы үҫтереп һатыу ҙа ярайһы табыш килтерә икән, йомортҡаны илебеҙҙең төрлө тарафтарынан килеп алалар. Ҡашҡалаша, Домбровка, Уҙыбаш һәм Топоринка ауылдарында бүлексәләре асылған, бөтәһе 600-ләп кеше эшләй. Үҙҙәренең инкубаторҙары бар.
Равина Әнүр ҡыҙы билдәләүенсә, ҡош-ҡорт йәмғиәттәре эштәрен яҙ башлап, йәй урталарында тамамлай тигән фекер бөтөнләй хата. Күптән инде йыл әйләнәһенә эшләүҙе юлға һалғандар.
Ҡош-ҡорт заводы үҙенә күрә бәләкәй ҡаласыҡты хәтерләтә. Уның ҡапҡаһын аша атлар алдынан махсус кейем бирәләр, дезинфекцияланған тар коридорҙан үтергә кәрәк.
Ҡырғауыл, Мысыр тауығы...– Ниндәй ҙә ауырыуҙы дауалағансы, уны йоҡтормаһаң, икеләтә отаһың, – ти әңгәмәсем. – Шуға күрә лә беҙ был мәсьәләгә бик яуаплы ҡарайбыҙ, вакцинация планға ярашлы алып барыла. Шул уҡ ваҡытта емдең витаминдарға бай булыуын да хәстәрләйбеҙ.
Благоварҙар йыл һайын Мәскәүҙә уҙған "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, бихисап миҙалдар яулай. Етештергән тауарҙарына баҙарҙа ихтыяж ҙур. Шуға ла ал-ял белмәйенсә эшләйҙәр.


Вернуться назад