Һай, башҡорт һылыуы!21.01.2014
Һай, башҡорт һылыуы!15–27 ғинуарҙа Кореяла “World Miss University-2014” тип аталған халыҡ-ара һылыуҡайҙар бәйгеһе үтә. Был мәртәбәле конкурста Рәсәй данын Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Айгөл Вәлиева яҡлай.

Башҡортостандың Мәсетле районында тыуып үҫкән һылыуы быйыл педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай, бер юлы модель агентлығында шөғөлләнә. Әйткәндәй, башҡорт сибәре 2012 йылда Бөтә Рәсәй гүзәллек бәйгеһендә финалға сыҡҡайны. Ә инде Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм ЮНЕСКО тарафынан уҙғарылған әлеге конкурс — Айгөл өсөн үтә лә яуаплы һынау.
Кореяла Рәсәй данын яҡлау мөмкинлеге өсөн ике меңдән ашыу гүзәл зат вәкиле үҙ көсөн һынап ҡараған. Дәғүәселәрҙең буй-һынына ғына түгел, инглиз телен белеүен дә иҫәпкә алғандар. Кастинг һөҙөмтәһе буйынса бар яҡлап та башҡорт һылыуына етеүсе булмаған.
Айгөлгә еңеү яулап ҡайтыуын теләйек!


Вернуться назад