...Асҡар – Белорет юлындағы авария хаҡында хәбәр алғас та, “Ашығыс ярҙам” машинаһы шунда елдерә. Бөтә донъя ҡараңғылыҡҡа сумған. Шомло тынлыҡты машинаның ялт-йолт иткән фарҙары һәм әсе геүләгән тауышы ғына боҙғандай. Бына ул юлды ҡаплап машиналар бәрелешкән урында шып туҡтай. Барыһы ла тышҡа ашыға. Ҡот осҡос күренеш... Ҡаза ҡорбандарын күреү менән йөрәгең өҙөлөп киткәндәй...
Әммә үҙеңде ҡулға алырға кәрәк, ниндәй генә хәлгә юлыҡһаң да, мохтаждарға беренсе ярҙамды күрһәтеү мотлаҡ. Йәрәхәтләнеүсенең ғүмере тап һинең нисек эш итеүеңдән тороуын оноторға ярамай. Фәрзәнә Усманова иҫтән яҙырлыҡ хәлгә еткән ике егеткә ярҙамға ашыҡты.
"Ашығыс ярҙам" фельдшерҙарының хеҙмәте — иң яуаплыларҙың береһе. Һәр осраҡта ла тотҡарлыҡһыҙ эш итеү мотлаҡ. Ғүмере ҡыл өҫтөндә торған сирлеләр тап уларҙың тәүге ярҙамы һөҙөмтәһендә иҫән ҡала ла. Асҡар дауаханаһының фельдшеры Фәрзәнә Усманованы күргәс, ошо сибек кенә кәүҙәле, мөләйем ҡатын нисек был ауыр хеҙмәттә эшләй икән, тип уйлап ҡуйҙым. Миңә ҡалһа, “Ашығыс ярҙам” фельдшеры һөнәрен ир-ат һайлаһа, яҡшыраҡ булыр ине һымаҡ, сөнки эш ифрат ҡатмарлы, хәүефле. Ниндәй генә хәл-әхүәл менән осрашырға тура килмәй: юл хәрәкәте фажиғәләре, бала табыу, янғын, имгәнеү, йәрәхәтләнеү, көнкүрештәге бәхетһеҙлек осраҡтары... Ауырыуҙарҙы үҙ иңеңдә йөкмәп тә, ҡултыҡлап тә алып сығырға тура килә.
“Алло, “Ашығыс ярҙам”мы?” – Көн дә телефон аша яңғыраған ошо һүҙҙәр артында ниндәй генә хәл-ваҡиғалар, ҡайғы-хәсрәт юҡ. Ғәҙәттә, көнөнә ҡырҡҡа яҡын саҡырыу ҡабул ителә. Бындай режимға тик һөнәрҙәренә мөкиббән ғашиҡтар ғына түҙәлер. Фәрзәнә Тәлғәт ҡыҙының да был яуаплы хеҙмәттә эшләүенә 31 йыл ваҡыт үтеп киткән. Хис-тойғоға бай ҡатын-ҡыҙ булараҡ, һәр ауырыуҙың кисерешен үҙ йөрәге аша үткәреп, уларға йән дауаһы ла өләшә ул.
— Иң мөһиме — юғалып ҡалмаҫҡа тейешһең, — ти Фәрзәнә Усманова. — Һинең дөрөҫ, ашығыс ҡарар ҡабул итеүеңдән кешенең яҙмышы хәл ителә.
Ғәжәп бит: кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн фельдшерҙарға, лаборатория мәғлүмәттәренән башҡа, рентгенһыҙ, табип күрһәтмәһенән тыш (барыһы ла дауаханаға илткәс була), үҙ белеменә һәм тәжрибәһенә таянып ҡына диагноз ҡуйырға тура килә. Уларҙың яңылышырға хоҡуғы юҡ. Был йәһәттән геройыма хафаланырға тура килмәй. Күп йыллыҡ тәжрибәһе, ҙур яуаплылыҡ, төплө белем, эске тойомлау, көслө ихтыярлы булыу, иң мөһиме – үҙ эшен яратыуы ныҡ ярҙам итә.
Бергә эшләгән коллегалары — “Ашығыс ярҙам” фельдшерҙары Лилиә Латипова, Миңзәлә Мөхәмәтдинова, шоферҙар Радик Мөхәмәтов, Дамир Татлыбаев һәм Рәйеф Уйылдановтар ҙа сирлеләрҙең хәлен еңеләйтеү өсөн бар көсөн һала. Әгәр элегерәк район дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” станцияһы филиалдары бер нисә ауылда эшләһә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡулайлаштырыу сәбәпле, улар хәҙер бөтөрөлгән. Шуға күрә бөгөнгө фельдшерҙарға районды арҡырыға-буй гиҙеп сығырға тура килә. Хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, әле Ташбулат ауылында “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте эш башлаған.
— Балаларҙың үлеме – күңелде борсоған иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе, — ти Фәрзәнә Тәлғәт ҡыҙы. — Һәр осраҡ күңелгә уйылып ҡала. Мәҫәлән, 12 көнлөк кенә сабыйға исем ҡуштырыу өсөн бер ауылдың мәсетенә китеп барғанда, ғаилә юл фажиғәһенә тарый. Олатаһы шунда уҡ вафат була, әсәһенең ҡулындағы бала иҫән ҡала. Өләсәһе менән әсәһенә ярҙам күрһәтеп, сабыйҙы тиҙ генә Белорет дауаханаһына илтергә тура килде. Бәхеткә күрә, бала иҫән-һау, матур булып үҫеп килә.
Әйткәндәй, үҙенең тормош иптәшен дә ул дауаханала осрата. Ҡасим Оморҙаҡов мөләйем, нәзәкәтле аҡ халатлы Фәрзәнәне күреү менән ғашиҡ була. Өлкән улдары Нур өйләнгән. Ә кинйәләре Арыҫлан Оморҙаҡов — өмөтлө йәш ҡурайсы. Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһенең күп тапҡыр еңеүсеһе, конкурстар лауреаты. Бөгөн талантлы егет Өфөлә белем ала, ул — ата-әсәһенең шатлығы ла, ғорурлығы ла.
Көндәлек ауыр, көсөргәнешле эштән һуң Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фәрзәнә Тәлғәт ҡыҙы нурлы һәм ҡотло йортона ашыға. Тик ошонда ғына ул күңеленә тыныслыҡ таба: ышаныслы тормош иптәшенең, улдарының ҙур терәк булыуынан оло ҡыуаныс ала, өйҙө йәмләп ултырған гөлдәрен, бөхтәлек бөркөгән йылы йортон баға, тәмле аш-һыуын әҙерләй. Бер аҙға ғына булһа ла эшен онотоп торғандай. Әммә өмөт менән төбәлгән ауырыуҙарҙың мөлдөрәмә тулы ҡарашы бер минутҡа ла хәтеренән сыҡмай. Үҙ һөнәрен яратҡандар ғына шулай йәшәй алалыр.
Оло йөрәкле Фәрзәнә Усманова менән яҡындан танышҡас, тап уның кеүек уңған фельдшерҙар арҡаһында беҙҙең ғүмеребеҙ ҙә, яҙмышыбыҙ ҙа ышаныслы ҡулдарҙа икәнлегенә тулыһынса инандым.