“Әсәгә рәхмәт”миҙалы бар беҙҙә!21.01.2014
“Әсәгә рәхмәт”миҙалы бар беҙҙә!
Нефтекама өсөн былтырғы йыл күп йәһәттән иҫтәлекле булды. Мәҫәлән, ҡала тыуым буйынса республикала тәүгеләр рәтенә инде.


Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын сафҡа индереү ҙә ыңғай темпта бара: “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү” маҡсатлы программаһына ярашлы, былтыр заманса өс яңы балалар баҡсаһы асылды, тағы ла береһе төҙөкләндерелде. Ошо көндәрҙә иһә нефтекамалар йәнә ҙур шатлыҡ кисерҙе: 280 урынға иҫәпләнгән яңы учреждение эш башланы. Оҙаҡламай тағы ике балалар баҡсаһы сабыйҙарҙың шат тауышына күмеләсәк. Береһенә насар күргән кескәйҙәрҙе лә ҡабул итергә ниәтләйҙәр. Улар менән махсус әҙерлек үткән тәрбиәселәр шөғөлләнәсәк. Ә яҡын киләсәктә ҡаланың мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларының береһендә аутизм сиренән яфаланған бәләкәстәр өсөн “Өмөт” исемле махсус төркөм асылыуы көтөлә.
Әйткәндәй, өлкәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, йыл башында ҡала кимәлендә "Әсәгә рәхмәт" тигән миҙал булдырылды. Ике ҡатын-ҡыҙға юбилейы көнөндә ошо награда тапшырылды. Улар — Нефтекаманың данын барлыҡ ҡитғаларға таратҡан үҫмерҙәрҙең — ауыр атлетика буйынса донъя чемпионы Диана Әхмәтова менән тәбиғәт фәндәре буйынса халыҡ-ара олимпиаданың абсолют еңеүсеһе, музыка сәнғәтендә лә ил кимәлендә билдәлелек яулаған Айнур Мәҡсүтовтың әсәләре.
…Күңелле көй яңғырай. Ҡыҙыл таҫма киҫелеп, тантанаға йыйылғандар эскә үтте. Сабыйҙарын ошо 44-се "Аленушка" балалар баҡсаһына йөрөтәсәк ата-әсә лә, элегерәк төҙөлгән учреждениеларҙың етәкселәре лә һоҡланыуын йәшерә алмай. Ысынлап та, яңы баҡсала барыһы ла — ихаталағы уйын майҙансыҡтарынан башлап бинаның тышҡы һәм эске биҙәлеше, иркен, өҫтәүенә, бай йыһазландырылған бүлмәләре заман талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Төрлө ауырыуҙы киҫәтеү өсөн тәғәйенләнгән, дөйөм һаулыҡ торошона ыңғай йоғонто яһарға тейешле тоҙ шахтаһы, иркен, уңайлы физкультура, музыка залдары, һүрәт төшөрөү студияһы, тыуған яҡты өйрәнеү, логопед кабинеттары, коктейль эсеү урыны, ванна — йәш быуынды һәләтле, һау-сәләмәт итеп үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған бында. Аш-һыу әҙерләү өсөн төрлө ҡорамал һәм кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған блок күп кенә йәмәғәт туҡланыу предприятиеларында ла юҡ әле! Быға тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең ихласлығын, егәрлелеген дә өҫтәһәң...


Вернуться назад