Сәләмәтлек үҙәктәре көтә лә ул...21.01.2014
Сәләмәтлек үҙәктәре көтә лә ул...
Кешелеккә янаған хәүефле күренештәр ифрат күп. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуҡырлыҡты заман проблемаларының береһе итеп иғлан итеүе аптырашта ҡалдырҙы. Баҡһаң, уны ҡартлыҡ, олоғайыу ғәләмәте тип ҡарау ғына дөрөҫлөккә тап килмәй, күҙ нурынан мәхрүм ҡалыуҙың сәбәптәре һанап бөткөһөҙ икән. Шәкәр сире, А витаминының етешмәүе, йоғошло сирҙәр эҙемтәһе — барыһының да һуҡырлыҡҡа алып килеүе ихтимал. Шуныһы аяныслы: бөтә күңелһеҙ осраҡтарҙың дүрттән өс өлөшөн иҫкәртергә йәки дауаларға мөмкин булыр ине! Бының өсөн үҙен шап-шаҡтай тойғандарҙың сәләмәтлеген ваҡыты-ваҡыты менән тикшереп торорға кәрәк.
Рәсәйҙең 2009 йылда ойошторолған сәләмәтлек үҙәктәрендә һуҡырлыҡ, катаракта, глаукома кеүек етди сирҙәрҙе үҙ ваҡытында иҫкәртеү мөмкин. "Бер ерем дә ауыртмай, поликлиникаға йөрөгәнем юҡ", — тип маҡтанырға яратҡан кешелә офтальмологик тикшеренеүҙән һуң артериаль гипертензия йәки шәкәр диабеты үҫеше билдәләрен, ҡан тамырҙары боҙолоуын асыҡларға мөмкин.
Сәләмәтлек үҙәктәре нимә менән шөғөлләнә? Маҡсаттары ниҙә? Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВА менән бөгөнгө әңгәмә – ошо мөһим мәсьәлә хаҡында.


— Бер ерең дә ауыртмау, сирләмәү генә сәләмәтлекте аңлатмай, ә физик хәлеңдең, аҡыл һәм социаль именлегеңдең берҙәй яҡшы булыуы ғына уның торошон билдәләй. Сәләмәт йәшәү рәүеше — милләттең һәр кешеһенең һаулыҡ дәрәжәһен билдәләүсе төп күрһәткес. Рәсәй Хөкүмәте заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы структураны булдырғанда, сәләмәт тормошто пропагандалауҙы ла күҙ уңында тотто, — тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы тәүге һорауға яуап итеп. — Студенттар менән аралашҡанда хатта буласаҡ табиптарҙың да, ординаторҙарҙың да Сәләмәтлек үҙәгендә бик мөһим медицина тикшеренеүҙәрен бушлай үтеү мөмкинлеге хаҡында белмәүен асыҡланым. Ә бит үҙәктәрҙең эшендә төп иғтибар тап йәштәргә йүнәлтелгән, сөнки уларҙағы хроник сирҙәрҙе иҫкәртергә ваҡыт бар әле.
— Кемдең баҡсаһына таш атыуығыҙҙы аңланыҡ, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Тимәк, халыҡ араһында аңлатыу эше аҡһай, матбуғат та был дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә тейеш тип иҫәпләйһегеҙ инде. Барыбыҙға ла билдәле булһын, республикабыҙҙа бындай үҙәктәр күпме?
— Әлеге көндә илдә өлкәндәр өсөн — 502, балалар өсөн 193 сәләмәтлек үҙәге эшләй. Былтыр уларҙа 4,5 миллион кеше тикшереү үтте. Башҡортостанда ошондай 17 үҙәк бар, бишеһе — балалар өсөн. Мәҫәлән, бер йылда тикшеренеү үткән 250 мең кешенең 64 процентында функциональ үҙгәрештәр асыҡланды.
Беҙҙә бит хеҙмәт кешеһе ауырып китеп, аяҡтан йығылмайынса табипҡа күренмәй. Сәләмәтлек үҙәгенә, нигеҙҙә, кем бара һуң? Әлбиттә, буш ваҡыты булғандар, хаҡлы ялдағылар, һаулығын һирәк-мирәк ҡайғыртыусылар... Шуға күрә студент йәштәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәреүҙе даими йолаға әүерелдерергә ине. Был тәңгәлдә яһалған тәүге аҙымдарҙы уңышлы тип баһалайым.
Үҙәк эшмәкәрлеге барыһынан да элек һау кешегә иҫәпләнгән. Тормош сифатын яҡшыртыу, ғүмер оҙайлылығын арттырыу, хеҙмәткә һәләтлекте һаҡлау һәм тергеҙеү — уның төп маҡсаты. Белгестәр киләсәктә кешене ниндәй сирҙәр һағалау мөмкинлеген, хәүефте асыҡлағандан һуң туҡланыу, физик әүҙемлек, эш һәм ял режимы буйынса кәңәштәр бирә.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылда үҙәктәргә мөрәжәғәт иткәндәрҙең 25,6 проценты ғына сәләмәт тип табылған. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Минеңсә, әлегә яҡшы ниәт менән ойошторолған бындай учреждениеларҙың ҡеүәте тулыһынса файҙаланылмай. Йәштәрҙең 67 проценты был хаҡта бөтөнләй белмәй, өҫтәүенә улар насар ғәҙәттәрҙең эҙемтәләрен баһалап еткермәй. Ошо тәңгәлдә үҙәктәргә вуздарҙы һәм башҡа уҡыу йорттарын беркетеү өҫтөндә эш башланыҡ.
— Һеҙҙеңсә, сәләмәт тормошҡа "мода" еңәсәкме?
— Үкенескә ҡаршы, социологик һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, беҙҙең илдә сәләмәтлек ҡәҙерен бары 50–55 йәшлек ҡатын-ҡыҙ һәм 60–65 йәшлек ир-ат ҡына белә. Йәштәр һәм өлкәндәрҙең өстән ике өлөшө ҡаты сирләгәс кенә табипҡа күренергә батырсылыҡ итә, ә һәр етенсе кеше ауыр хәлгә юлыҡҡас та дауаханаға аяҡ баҫмай. Кеше үҙенең һаулығын үҙе хәстәрләмәй тороп, сәләмәт йәшәү модаға инмәйәсәк. — Шулай ҙа һау-сәләмәт, бәхетле, мул тормошта йәшәргә теләүселәр һуңғы осорҙа артҡандай...
— Һис һүҙһеҙ, башланғыс бар. Сәләмәт тормошҡа йүнәлеш алып, иртән зарядка яһау, зарарлы ғәҙәттәрҙән ары тороу ғына етмәй, дөрөҫ туҡланыу, күберәк хәрәкәтләнеү, йоҡоң туйғансы йоҡлау, көн тәртибе лә бик мөһим.
Беҙҙең илдә хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем осраҡтары Европалағынан яҡынса дүрт тапҡырға артығыраҡ. Халыҡтың 30 проценты пенсия йәшенә лә етмәй вафат була. Ҡартлыҡҡа сир-сорһоҙ аяҡ баҫыу өсөн йәштән һаулығыңды ҡайғыртыу кәрәклеген тағы ла иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ.
Минең фекер менән ризалашмаусылар ҙа булыр, әммә "беҙҙең халыҡ төшөрөргә ярата, эскесе, ялҡау, эшлекһеҙ" тигән ҡалып менән һис килешмәйем. Бындай ярлыҡты бер-беребеҙгә йәбештерергә, бата барғандарҙы төртөп төшөрөргә ашыҡмайыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, аҙашҡандарға юл күрһәтеп, йәштәрҙе заманға яраҡлы үҫтерергә тырышһаҡ, моғайын, һөҙөмтә ҙурыраҡ булыр.


Вернуться назад