Шарттар дүрт класҡа бүленә20.01.2014
Өр-яңы йыл килтергән үҙгәрештәр байтаҡ. Шуларҙың береһе, мәҫәлән, хеҙмәтте баһалауға ҡағыла. “Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау тураһында”ғы Законға ярашлы, илдә эш урындары дүрт категорияға бүленгән: хәҙер улар “оптималь класс”, “рөхсәт ителгән класс”, “зыянлы класс” һәм “хәүефле класс” тип ҡарала.


Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, ошолай бүлеүҙең ғилләһе шунда: бынан ары һаулыҡҡа зыянлы йәки хәүефле эш шарттары өсөн хеҙмәткәргә түләнгән компенсация предприятие йәки ойошманың ниндәй класҡа ҡарауына, эш биреүсе күсергән страховка иғәнәһенең күләменә бәйле буласаҡ.
Хеҙмәт шарттарын ҡайтанан баһалау өсөн бәхетһеҙлеккә тарыуы йәки насар шарттарҙа эшләүе арҡаһында хеҙмәткәрҙең ауырыуы сәбәп булыуы мөмкин. Бынан тыш, хеҙмәт шарттарын тикшереүсе дәүләт экспертизаһы булдырыу ҙа ҡарала. Профсоюз йәки хеҙмәткәр, экспертиза һөҙөмтәһе менән килешмәһә, Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәтенә судҡа тиклемге тәртиптә мөрәжәғәт итә ала.


Вернуться назад