Ауылда тыуып үҫеп, ҡалала төпләнгән кеше өсөн иң ҙур шатлыҡ нимә? Тыуған яғының биҙәктәрен күреү, хуш еҫтәрен, тәмдәрен тойоу, бала саҡтан таныш ризыҡтарҙан ауыҙ итеү. Өфөлә йәшәүсе элекке ауыл балалары ул яҡтан бәхетле. Бала саҡ икмәге Ҡырмыҫҡалыла бешерелә һәм баш ҡала магазиндарына килтерелә.
Өфөләге иҫәпһеҙ-һанһыҙ магазин кәштәләре тауарҙан, аҙыҡ-түлектән һығылып тора. Икмәк-ҡаластың ниндәйе генә юҡ, ҡайҙа ғына бешерелмәгән! Этикеткаларын уҡып ҡараһаң, ошо ябай ғына ризыҡҡа ла әллә ниндәй тәмләткестәр, өҫтәмәләр ҡушылғанын күрәһең дә бүтән алмаҫҡа ҡарар итәһең. Шулар араһынан халыҡтың нәҡ Ҡырмыҫҡалы икмәгенә өҫтөнлөк биреүе һис ғәжәп түгел. Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатындағы ҡәҙимге кирбес мейестә бешерелә телеңде йоторлоҡ ҡаластар. Башҡа етештереүселәр иһә күптән инде мәшәҡәтһеҙ тимер мейестәрҙән файҙалана. Ҡамырҙы шыйыҡ ҡомалаҡ менән әсетәләр. Әйтерһең дә, атайың күрше баҫыуҙа үҫкән игенде төбәктәге тирмәндә тарттырған да яҡындағы урмандан ғаиләһе менән барып ҡомалаҡ йыйып алып ҡайтҡан, шунан әсәйең тәмле итеп икмәк һалған. Ошондай хәтирәләргә сорнай Ҡырмыҫҡалы икмәге.
Кемдәр бешерә һуң уны? Ҡырмыҫҡалы районының ҡулланыусылар йәмғиәте уңғандары электән килгән ысул менән һала был икмәкте. Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова сирек быуатҡа яҡын эшләй комбинатта, ун йыллап уға етәкселек итә. Хуш еҫле икмәктең нәҡ ошо ысул менән бешерелеүен уның ҡаҙанышы тип ҡарарға булалыр, моғайын.
— Һәр буханкаға күңелебеҙ ҙә һалына, — ти директор. — Оҫталыҡ — ул технология менән рецептты белеү генә түгел, икмәккә оло хөрмәт, уны йәшәү нигеҙе тип баһалау. Коллективыбыҙҙа осраҡлы кешеләр юҡ, беҙҙә үҙ һөнәренә мөкиббән, изге уйлы, күңелсәк кешеләр эшләй. Уларҙың тәмһеҙ ризыҡ бешереүе мөмкин түгел. Икмәктең уңыуын тәьмин итә торған серҙәр ҙә бар, әлбиттә. Уныһын үҙҙәре генә белә.
Коллектив 120-ләп кешенән тора. Етештереү өс оҫтаханала атҡарыла. Тәүлегенә ун өс тонна продукция етештерелә. Икмәкте Өфөләге 210 нөктәгә, шул иҫәптән ҙур-ҙур супермаркеттарға лә тәүлек һайын ун машина ташый. Быйыл көҙ Стәрлетамаҡҡа ла илтә башлағандар. Икенсе баш ҡалала йәшәүселәр ҙә икмәктәрен яратып өлгөргән. Шуғалыр ҙа Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты байтаҡ йылдар инде Башпотребсоюз селтәрендә етештереү күләме буйынса беренсе урында килә.
Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге төрлө йүнәлешле. Рәйес Рәүис Хажиевтың әйтеүенсә, 2006 йылда асылған “Супермаркет” үҙе генә ни тора! 244 квадрат метр майҙанды биләгән магазинда ай һайын миллиондарса һумлыҡ тауар һатыла. Әлбиттә, уның төп өлөшөн ошо төбәктә етештерелгән аҙыҡ-түлек тәшкил итә. Икмәк-ҡаластан тыш, Ҡырмыҫҡалы уңғандары кондитер ризыҡтары, туҡмас, алкоголһеҙ эсемлектәр, тоҙло балыҡ та етештерә. Әҙерләүҙәр эшмәкәрлеге ике келәтте, биш ҡабул итеү-әҙерләү пунктын берләштерә. Йәмәғәт туҡланыуында 2628 эшсене туплаған 47 предприятие эшләй. Район халҡы, шулай уҡ ҡунаҡтар уңайлы, бөхтә ашханаларҙа, кафе-ресторандарҙа, тәғәмханаларҙа һыйлана ала. Ғаилә байрамдары, юбилейҙар, туйҙар гөрләп үтә.
Рәүис Әбүзәр улы Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәтенә тиҫтә йылдан ашыу етәкселек итә. Ошо осорҙа йәмғиәт йылдам үҫеш кисергән. Ул күп күрһәткестәр буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. Оҫта ойоштороусы, заман һулышын һәм ҡулланыусы ихтыяждарын яҡшы белгән етәксе табышлы тармаҡтарҙы үҫтерә, кадрҙар тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирә. Яңы технологиялар, етештереүсәнле техника һәм ҡорамалдар уңышҡа юл яра.
Йәмғиәт төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, 2007 йылда икмәк комбинаты “Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары” конкурстары лауреаты исеменә лайыҡ була. 2010 йылда ошондай уҡ конкурста йәнә уңышлы сығыш яһайҙар.
Үҫеш дауам итә. Былтыр яҙ яңы цех асыласаҡ, ул сағында комбинат тәүлегенә 19 тонна икмәк-ҡалас ризыҡтары етештерә аласаҡ.
— Бында ла мейестәребеҙ кирбестән буласаҡ, — ти Рәүис Әбүзәр улы. — Йыһазландырыусы фирманы беҙҙең өсөн махсус кирбес мейес проектларға көскә күндерҙек.
Ҡырмыҫҡалы икмәге шул тиклем үтемле, хатта конкуренциянан да ҡурҡаһы түгел. Был ризыҡтың тәмен белгән һатып алыусы уны башҡаға алмаштырмай, ул ғына түгел, туғандарына, дуҫтарына, таныштарына ла фәҡәт шуны алырға кәңәш итә.
Р. ВАҺАПОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.