Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Учалы районында булды.
Сораман ауылында республика етәксеһе һыу менән тәьмин итеү проектының тормошҡа ашырылыуын тикшерҙе. Бынан ары урындағы халыҡҡа һыу артынан ике саҡрым юл үтеү йәки биләмәләге берҙән-бер һыуалғысҡа сиратҡа баҫыу ихтыяжы булмаясаҡ. Әле 15 колонка файҙаланыуға тапшырылған. Тиҙҙән Учалы районының тағы ла 12 ауылында һыу үткәргес селтәре төҙөләсәк. Иҫке Байрамғол, Сәфәр, Ҡунаҡбай, Мансур ауылдарында һыу алғыстар төҙөүгә дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алынды.
Рөстәм Хәмитов “Озерный” баҡыр-колчедан ятҡылығын ҡарап сыҡты. Быйыл көҙ Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты уны үҙләштерә башлаясаҡ. Ятҡылыҡта 6 миллион тоннаға яҡын руда тупланған. Ҡиммәтле тоҡомдар бында ер аҫты ысулы менән сығарыласаҡ.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов төрлө ведомство, сәнәғәт предприятиелары, медицина һәм мәғариф учреждениелары, һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәттәре хеҙмәткәрҙәренә кейем, мәктәпкәсә, шифахана-курорт ойошмалары өсөн кәрәк-яраҡ теккән фабрикала булып, бесеү, тегеү һәм эксперимент цехтарында етештереү сылбыры менән танышты, “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте өсөн тәғәйенләнгән яңы коллекцияны ла ҡараны. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, тимер юл компанияһы Учалы тегеү фабрикаһын даими стратегик партнер тип ҡабул итә. Рөстәм Хәмитов хеҙмәт шарттары, тегенселәрҙең һөнәри белеме менән ҡыҙыҡһынды.
Сәфәр ауылында Башҡортостан Президенты реконструкцияланған мәктәпте ҡарап сыҡты. 1969 йылда һалынған мәғариф учреждениеһына күптән ремонт талап ителә. 2011 йылда ул авария хәлендәге бина тип танылған. Балалар уҡыуҙы интернатта дауам итә.
Рөстәм Хәмитов урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын, тамаша һәм спорт залдарын ҡарап сыҡты. Информатика кабинетында төбәк башлығы интернеттың тиҙлеге менән ҡыҙыҡһынды, уның секундына 58 килобит ҡына тәшкил итеүен белгәс, Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевкә мәғариф учреждениеларын юғары тиҙлекле Интернет менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Учалыла республика Президенты Йәштәр хоккей лигаһы быуыны кубогын асыу тантанаһында сығыш яһаны һәм, сара башланыуын иғлан итеп, шайба ырғытты.