Хыял тормошҡа аша11.01.2012
Хыял тормошҡа ашаСибайҙа күп ата-әсәләрҙең буш хыялға әүерелә яҙған бер теләге тормошҡа ашты. Ҡалала утыҙ урынға иҫәпләнгән шәхси балалар баҡсаһы асылды.
Әлбиттә, бер баҡса тотош проблеманы хәл итеп бөтмәй, әммә өс тиҫтә сабыйҙы ҡайҙалыр урынлаштырыу мөмкинлеге табылған икән, тимәк, Сибайҙа был йәһәттән аныҡ саралар күрелә. Ҡалала беренселәрҙән булып балалар баҡсаһы асырға йөрьәт итеүсе Илнара Ғәтиәтованың башланғысы хуплауға лайыҡ.
– Барыһы ла ҡыҙымды балалар баҡсаһына урынлаштыра алмауҙан башланды. Инде өмөтөмдө өҙҙөм тигәндә, шәхси баҡса асыу уйы тыуҙы. 2010 йылды ҡаршылар алдынан әсәйем менән бизнес-план төҙөнөк. Ҡала хакимиәте етәкселеге ниәтемде хупланы, “Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү” программаһына ярашлы 300 мең һумлыҡ ярҙам күрһәттеләр. Балалар баҡсаһына иллегә яҡын ғариза ҡабул ителде, әммә урындар сикле. Штатта дүрт кеше: өс тәрбиәсе, бер ашнаҡсы. Үҙем педагог, шуға күрә эштең нескәлектәрен беләм. Өс йәшкә тиклемгеләр һәм өлкәнерәктәр айырым ике төркөмдә шөғөлләнә. Баҡса иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләй. Беҙ урынлашҡан ике ҡатлы йортта шарттар һәйбәт, иҙән йылы. Балаларҙы көнөнә биш тапҡыр ашатабыҙ. Шәхси балалар баҡсаһы асырға теләүселәрҙе ҡыйыуыраҡ булырға саҡырам. Бизнес-план төҙөгәндә, һәр тингә иғтибар итһендәр, барыһы ла мөһим. Ниәт һәм тырышлыҡ булғанда, ҡулдан килерлек эш, – ти Илнара Илдус ҡыҙы.
Тельман урамында урынлашҡан “Умка” шәхси балалар баҡсаһын асыу тантанаһында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов һәм уның урынбаҫарҙары ҡатнашты. Етәкселәр киләсәктә лә эшҡыуарҙы ярҙамдан өҙмәйәсәген белдерҙе.
Был ваҡиғанан һуң Куйбышев урамындағы ике бүлмәле фатирҙа йәнә бер шәхси балалар баҡсаһы асылды. Унда урындар әҙерәк, әммә ул да балалар баҡсаһына оҙон сиратты кәметергә булышлыҡ итте. Быларҙан тыш, ҡалабыҙҙа бер нисә ғаилә баҡсаһы эшләй, быйыл иһә дәүләт балалар баҡсаһын да асыу күҙаллана.
Резеда УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад