Рәхмәт хаты килде18.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә БДБ, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Константин Косачевтан рәхмәт хаты килде.


Хатта республика башлығына халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн оло рәхмәт белдерелә. “Былтыр октябрҙә Парижда “Башҡортостан — Рәсәй ынйыһы” тигән презентация уҙҙы. Уны беҙ сит илдәрҙә Рәсәйҙең абруйын күтәреү эшенә тос өлөш тип баһалайбыҙ”, тиелә унда.


Вернуться назад