Күсмә ҡабул итеү18.01.2014
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән Премьер-министр урынбаҫарҙары, министрлыҡ, дәүләт комитеттары, ведомстволар етәкселегенең быйыл беренсе кварталда граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫланды.


22 ғинуарҙа Сибайҙа ҡала халҡы менән Лилиә Ғүмәрова осраша, 23 ғинуарҙа Салауатта Рөстәм Мәрҙәнов ҡабул итә, 24 ғинуарҙа ҡыйғылар Илшат Тажетдинов менән аралаша, 13 февралдә дүртөйлөләргә — Эрнст Исаев, ә ишембайҙарға Евгений Маврин килә, 20 февралдә Марат Мәһәҙиев — Туймазы, 27 мартта Дмитрий Шаронов Йылайыр районына юллана.
Күсмә ҡабул итеүҙәр графигы менән хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында танышырға мөмкин.


Вернуться назад