Табиптарҙың ике бригадаһы Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы наградаһы — “Алтын скальпель”гә эйә булды.
Республика һаулыҡ һаҡлау тарихында беренсе тапҡыр йөрәкте күсереп ултыртҡан өсөн Федераль трансплантология һәм яһалма органдар ғилми үҙәгенең бүлек мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Ринат Сәйетгәрәев етәкселегендәге Республика кардиология диспансеры хирургтары ошондай юғары баһаға лайыҡ булды.
БДМУ-ның Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ҡарамағындағы дөйөм хирургия кафедраһы мөдире Мәжит Нартайлаков етәкләгән табиптар бригадаһы бауыр күсереп ултыртҡан өсөн икенсе “Алтын скальпель”де алды.
Премия 19-сы тапҡыр тапшырыла. Былтыр уға Республика кардиология диспансеры табиптары лайыҡ булғайны.