Ут сәсрәтә тимерсе18.01.2014
Ут сәсрәтә тимерсе
Былтыр гәзитебеҙ биттәрендә йыл буйы дауам иткән “Һөнәрмән” конкурсын күпселек уҡыусыларыбыҙ онотоп өлгөрмәгәндер әле. 10 декабрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ошо конкурстың йомғаҡлау туры ла шаулап-гөрләп уҙҙы. Ләкин гәзит тарихында беренсе тапҡыр үткәрелгән был сара хаҡында тағы яҙырға тура килә...


Эш шунда: приздарҙы алырға барлыҡ оҫталар ҙа килеп етә алманы. Кемдер сирләп киткән, кемдер алыҫ сәфәрҙә...
Ғөмүмән, беҙҙең журналистарҙың республикала юлы төшмәгән ауыл йә ҡала юҡ тиерлек. Әле лә йәһәтләп Илеш яҡтарына юл тоттоҡ. Был райондағы Иҫәнбай ауылында беҙҙең бүләкте үҙ ваҡытында алып өлгөрмәгән Фларит Ғилфанов йәшәй. Уның тирә-яҡта дан ҡаҙанған тимер эше оҫтаһы булыуы, ҡапҡа йәки бүтән әйбер яһатырға башҡа ауыл һәм райондарҙан эҙләп килеүҙәре хаҡында былтырғы 15 март һанында яҙып сыҡҡайныҡ.
Хужа семәрләп эшләнгән ҡапҡаһы алдында ҡаршы алды. Бүләкте – сылбырлы бысҡыны — тоттороп, ҡапҡа алдында фотоға төшөргәс, йорт ихатаһына саҡырҙылар. Флариттан шундай оҫта әйберҙәр яһарға ниндәй “серле” ҡорамалдар ярҙам итеүе тураһында һорашам. Ҡәҙимге “Ресанта” иретеп йәбештереү аппараты – уның уң ҡулы, тип әйтергә лә булалыр. Әйткәндәй, был аппарат менән эш итергә өйрәнеүе ауыр түгел, хаҡы ла Өфө магазиндарында, мәҫәлән, 4 мең һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ (мин бүтәндәр ҙә һатып алып, оҫталыҡҡа өйрәнһен өсөн әйтәм быны). Ул үҙе эшләгән тимер бөгөү станогын да күрһәтте – ҡапҡа йәки ҡоймаларға йәбештереү өсөн квадрат сымдан “ҡарышлауыҡтар” яһай икән. Ә был станок инде магазиндан алған әҙер әйбер түгел, уны ҡороу өсөн ҙур ғына тәжрибә кәрәк.
Шул арала хужабикә сәйгә саҡырҙы. Йорт эсенә кереү менән бында оҫта йәшәүен һорашмайынса ла белергә мөмкин – бөтөн нәмә зауыҡ менән эшләнгән, биҙәлгән. Сәй янында һүҙ, тәбиғи, ауыл хәлдәре тураһында барҙы.
— Былтыр яҙ гәзиттә мәҡәлә баҫылып сыҡҡас та Фларитҡа заказ биреүселәр күбәйҙе, — ти ҡатыны Дамира. – Шуға күрә ауылда эш юҡ, тиеүселәргә ышанмайбыҙ, үҙеңә ҡулай һөнәрҙе үҙләштерергә теләһә кемдең ҡулынан килә ул, теләк кенә булһын. — Ә ҡатының баһалаймы һуң? — тип өндәшәм Фларитҡа. – Улар маҡтауға һаран була торған...
— Минеке маҡтай! — тип йылмая Фларит. Дөрөҫ инде: ир – баш, ҡатын – муйын, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Дамира ҡайһы яҡҡа бора бит...
Был төбәк халҡының ҡулға оҫта, телгә бай, һыйға йомарт булыуына тағы бер тапҡыр инанып, күрше районға юл тоттоҡ.


Вернуться назад