Пенсияға сығыу йәшен арттырыу Рәсәй өсөн ҡулай түгел, тигән фекерҙә илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин.
— Ғүмер оҙайлығы 75 — 80 йыл тәшкил иткән илдәрҙә генә, ҡағиҙә булараҡ, пенсияға сығыу йәше юғары. Рәсәйҙә әлегә был күрһәткес — 70. Шуға күрә пенсия йәшен арттырыу Рәсәй өсөн ҡулай тип әйтеп булмай, — тине министр.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, пенсия системаһын оҙайлы үҫтереү стратегияһы нигеҙендә эшләнгән һәм декабрь айында ҡабул ителгән закондар хаҡлы ялға сығыу йәшен арттырыуҙы күҙ уңында тотмай.
— Бынан тыш, ялға сыҡҡас та эшләгән граждандың пенсияһы ла юғарыраҡ булмаҡсы. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, тағы ла биш йыл үткәс, тейешле органға мөрәжәғәт итһәгеҙ, тәғәйенләнгән түләүҙе — 36, страховка өлөшөн 45 процентҡа, йәғни 1,5 тапҡырға, арттырыу мөмкинлеге бар, — тине Максим Топилин.
Әйткәндәй, Башҡортостанда былтыр сентябрь — ноябрь айҙарында 2 013,9 мең эшләгән кеше булған. Октябрҙә уртаса эш хаҡы 22 470,4 һум тәшкил иткән.