Түрәләр шундай булһын18.01.2014
Түрәләр шундай булһын
Яҙмышыма рәхмәтлемен, һайлаған һөнәрем буйынса республикабыҙҙың, шулай уҡ илебеҙҙең байтаҡ күренекле шәхестәре менән осрашырға тура килде. Быны ҙур бәхет тип һанайым. Уларҙың бер генә фәһемле кәңәше лә, аҡыллы һүҙе лә беҙгә, ижад кешеләренә, ҡанат ҡуйҙы. Яҙмамда республикабыҙҙың элекке Премьер-министры Рим Сәғит улы Баҡыев тураһында һүҙ алып бармаҡсымын.


Данлыҡлы «Степановка» совхозы директоры булып эшләгәндә үк уның менән аралашырға тура килгәйне. Ә бына 1998 йылдың көҙөндә республикабыҙҙың «Аҡ йорт»онда йәнә көтмәгәндә осраштыҡ. Ҙур вазифалы шәхестең баш ҡағып түгел, ауыл ағайҙары кеүек ҡул биреп иҫәнләшеүе, хәл һорашыуы миңә, журналисҡа, оло ихтирам билдәһе ине. Сәстәренә сал йүгергән, маңлайына бураҙналар һыҙылған, ғәҙәттәгесә тыйнаҡ, ябай булып ҡалған дәрәжәле кеше менән һаубуллашҡас, шаҡтай уйланып йөрөнөм.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, миңә Хөкүмәт башлығы хаҡында матбуғатта очерк баҫтырырға тура килде. Материалды әҙерләгәндә, уның ярҙамсыһы Рөстәм Хәйруллин менән һөйләшеп, кәңәшләшеп ултырҙыҡ. Әлбиттә, ваҡыты тар булһа ла, Премьерҙың үҙе менән дә аҙмы-күпме әңгәмәләштек. Рим Сәғит улының үтә ябай, кешелекле, кеселекле, журналистарға ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл булыуын тойҙом. Уның үҙен юғары чиновник итеп тотмауы, һинең менән ауыл аҡһаҡалы кеүек, һалмаҡ ҡына ихлас әңгәмәләшеүе ни тора! Күңеле тулы изгелек булған кеше: «Үтенестәрең юҡмы?» – тип һорарға ла форсат тапты. Айырылышҡас та бындай миһырбанлы кешене онота алмай йонсойһоң. Ай-һай, хәҙер ундай түрәләр бармы икән?!
«Шәхесте күберәк белгең килһә, уның тыуған яғына бар», – тиҙәр. Шулай, заманында хатта Премьер-министрҙың тыуған яғы Благовещен районының Яңы Турбаҫлы ауылында, бер туған һеңлеһе Сәлисә апай, әсәһе Ғәфиә инәй менән дә осрашырға насип булды. Ауырыбыраҡ торһа ла, ятҡан урынынан ҡуҙғалып, ҡулдарын һуҙып иҫәнләште, беҙҙең менән ихлас һөйләшергә хәл тапты. Улар ете йыл һуғышта булған ире Сәғит ағай менән бергәләп өс ул, ике ҡыҙ үҫтергән.
– 1 ғинуар таңында тыуған оло улым Рим бәләкәйҙән үк теремек, эшсән, уҡыуға һәләтле булды, – тип хәтерләне Ғәфиә Ҡотләхмәт ҡыҙы. — Бурандарҙа V – VI кластарҙа уҡығанда Яңы Александровкаға мәктәпкә башына шәл урап булһа ла барҙы, әммә дәрес ҡалдырманы. Яҡшы уҡыны...
Рим уҡыуға ғына түгел, спортҡа ла һәләтле егет була. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡығанда саңғы буйынса республика, Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай, «СССР-ҙың спорт мастеры» нормативын үтәй. Инженер-механик һөнәренә эйә булғас, 1963 йылда Өфө районының «Рәсәй» колхозында баш инженер булып эшләй башлай. 1967 йылда иһә «Степановка» совхозына баш инженер вазифаһына күсерелә. Алты йылдан һуң Рим Баҡыевты ошо уҡ совхозға директор итеп тәғәйенләйҙәр. Уның 17 йыл етәкселек итеү осоронда совхоз коллективы юғары уңыштарға өлгәшә. Бында республикала беренсе булып үҙ-үҙеңде финанслау алымы индерелә. Һыйыр малының ауырлығы артыуы, шулай уҡ ашлыҡ үҫтереү буйынса күрһәткестәрҙең дә иң юғарыһы ошонда була. Умартасылыҡты үҫтереүгә лә ҙур тырышлыҡ һалына.
Етәксе иң беренсе көндәрҙә үк ҙур иғтибарҙы белгестәргә, эшселәргә хужалыҡ ысулы менән ике фатирлы йорттар төҙөүгә бирә. Һөҙөмтәлә совхоз иң кәрәкле кадрҙар менән тулылана. Шул уҡ ваҡытта яҡшы аҙыҡ базаһы булдырыла, тоҡомсолоҡ эше лә яйға һалына. Республикала иң беренсе булып ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙан ғына торған ферма булдырыла. Башҡортостанда иң юғары һауым да ошо хужалыҡта була. Бер генә миҫал килтереү ҙә етә. Даны Башҡортостанға ғына түгел, илгә таралған һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Эльвира Гулинаны ишетеп белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Һәр һыйырҙан өс мең килограмм һөт һауып алыуға өлгәшкән, һуңыраҡ ете меңлек кимәл күрһәткесен яулаған хеҙмәт алдынғыһы менән бөтә республика ғорурланды. Ул заманында үҙенең матур һөҙөмтәләргә өлгәшеүендә талапсан хужалыҡ етәксеһе Рим Сәғит улының, шулай уҡ коллективтың ҙур роль уйнауын билдәләй.
Йылдар үтеү менән республикалағы иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе – «Степановка» совхозы алдынғы тәжрибә мәктәбенә әүерелә. Бында ҡайҙан ғына килмәйҙәр ул осорҙа! Совхоз Бөтә Союз һәм Рәсәй ярыштарында бер нисә тапҡыр еңеүсе булып сыға. Хужалыҡтың ҡаҙаныштары республикала үҙәк матбуғатта, телевидениела яҡтыртылып тора.
Етештереүҙәге юғары социаль-иҡтисади күрһәткестәре өсөн Рим Баҡыев етәкләгән алдынғы совхоз күп тапҡыр РСФСР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағы, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Директор Рим Баҡыев 1986 йылда КПСС-тың ХХVII съезына делегат итеп һайлана.
Хужалыҡта етәксе булып эшләгән осорон иҫкә алып, Рим Сәғит улы иң ҙур рәхмәтен ҡәҙерле тормош иптәше Флера Кәбир ҡыҙына юллай. «Ул миңә ныҡлы терәк булды. Балаларымды һирәк күрҙем, бөтә йорт мәшәҡәте уның өҫтөндә ине. Ә бит уңыштар күктән төшмәй, улар ҙур тырышлыҡ, хатта ниндәйҙер юғалтыуҙар аша яулана». Флера Кәбир ҡыҙы иһә заманында баш иҡтисадсы булып эшләй, бөтә ғүмерен ауыл хужалығына арнай. Ҡыҙҙары Эльвира ла әсәһенең юлын һайлаған. Ул бөгөн – Рәсәй Контроль-иҫәп палатаһында баш белгес. Гөлназ исемле ҡыҙҙары Санкт-Петербург университетында уҡый.
Бөтә күңелен биреп, ҡолас йәйеп эшләгән, «Степановка» совхозын алдынғылар рәтенә сығарған Рим Сәғит улын 1990 йылдың апрелендә КПСС-тың Благовещен ҡала комитетының беренсе секретары, бер үк ваҡытта Благовещен район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Районда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шаҡтай эш башҡарырға өлгөрә ул. Рим Баҡыевтың Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының халыҡ депутаты булыуы бында, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнай. Тиҙҙән уны республика кимәлендәге ҡошсолоҡ берекмәһенә генераль директор итеп тәғәйенләйҙәр.
Тормошта ҡайһы саҡ шулай була: кемгәлер хеҙмәт баҫҡыстарынан тиҙерәк үрләргә тура килә. Бәлки, Рим Баҡыев менән дә сағыштырмаса шулай булғандыр. 1993 йылдың ғинуарында ул Башҡортостан Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп ҡуйыла, ә 1994 йылдың октябрендә уға республика Хөкүмәтенә етәкселек итеү бурысын оло ышаныс менән тапшыралар.
Эйе, Рим Сәғит улы үҙенең тырыш хеҙмәте, кешеләр менән итәғәтле, уларға ихтирамлы, илтифатлы, иҫ киткес талантлы етәксе булыуы менән яуланы был бейек үрҙәрҙе. Республикала ғына түгел, башҡа өлкә-республикаларҙа, хатта сит илдәрҙә абруй ҡаҙанған кеше ул. Рим Баҡыев бер нисә тапҡыр Благовещен район Советы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Президенты Советы ағзаһы булды.
«Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемде йөрөткән ер улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет Билдәһе», шулай уҡ Почет ордендарына, «Хеҙмәттәге батырлығы өсөн» миҙалына, ике тапҡыр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһына һәм башҡа бүләктәргә лайыҡ була. Үҙе ер кешеһе булараҡ, Хөкүмәт башлығы Рим Сәғит улы ауыл хужалығының эшмәкәрлеген ойоштороуҙа һәм идара итеүҙә киҫкен үҙгәрештәргә ҡаршы булды. Улар ауыл халҡының тормошон ҡатмарландыра ғына, бында, иҡтисадтың башҡа тармаҡтары менән сағыштырғанда, барыһын да етди уйлап, үлсәп эшләргә кәрәк, уныңса.
Рим Баҡыевтың фекеренсә, ауыл хужалығында етештереү һөҙөмтәләрен яҡшыртыу, халыҡ мул тормошта йәшәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк. Эшсәндәр өсөн барлыҡ сикләүҙәрҙе һәм кәртәләрҙе бөтөрөү, тейешле шарттар тыуҙырыу мөһим. Хөкүмәт башлығы булғанда ла, әле лә ул ауыл хужалығы ерҙәрен таратыуға ҡаршы булды, сөнки ер – байлығыбыҙ, милкебеҙ. Ни генә тиһәң дә, һәр илдең, республиканың байлығы ергә, дөрөҫөрәге, ауылға бәйле. Сер түгел, ҡала ауылһыҙ йәшәй алмай. Шуныһы ҡыуаныслы: 1985 – 1990 йылдарҙа ауылға ҡайтыусыларҙың һаны 63 мең кеше тәшкил иткән булһа, 1991 – 1996 йылдарҙа уның 112 мең кешегә артыуы күҙәтелә. Ауыл ерендә көнкүреш шарттарының яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә бәйле был, әлбиттә.
Заманында Рим Сәғит улы Баҡыев етәкләгән Башҡортостан Министрҙар Кабинеты торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшөнә ҙур иғтибар бирә. Республика буйынса һәр йылда 1,5 миллион квадрат метрҙан ашыу майҙанда торлаҡ йорттар төҙөлә. Шәхси йорттар өлөшө 60 процентҡа тиерлек арта. Был Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән ике тапҡырға юғарыраҡ. Ауыл ерҙәрендә торлаҡ төҙөү буйынса ул ваҡытта Башҡортостан беренсе урынға сыға.
Бәләкәй һәм ҙур ауылдарҙың йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрә, иркен йорттар ҡалҡа. 1997 йылға халыҡ йәшәгән ауыл-ҡалаларҙың урамдарында юлдарҙың 490 саҡрымдан ашыуы асфальтлана. Республикала йыл һайын 35-40 мең фатирға газ үткәрелә, уларҙың яртыһынан күберәге – ауыл ерҙәрендә. Быларҙан тыш, мәктәптәр, мәктәпкәсә балалар учреждениелары, дауаханалар һәм мәҙәниәт йорттарын, башҡа объекттарҙы төҙөү эштәре лә дәррәү бара.
Пенсия йәше етеү менән 1999 йылдың ғинуарынан Рим Сәғит улы ялға сыға, һуңынан Башҡортостан Президентының кәнәшсеһе була, Рәсәй Думаһы депутаты булып һайлана. Әлбиттә, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Ул – «Отечество» хәйриә фонды етәксеһе, Башҡортостан Ветерандар советы Президиумының ағзаһы.
Нимә тиһәң дә, Рим Сәғит улы элек тә, бөгөн дә тыуған яғын, яҡташтарын онотмай. Уның оло хәстәрлеге менән 2012 йылда Ильина Поляна ауылында мәктәп, участка дауаханаһының терапия бүлегенә капиталь ремонт яһалды. Мәктәп кабинеттарының заманса йыһазландырылыуы ла — матур күренеш.
Был изге күңелле, мәрхәмәтле шәхес тураһында БАССР Өлкә Комитетының икенсе секретары В. Воюшин ҡасандыр былай тигәйне: «Ауыл ерендә минең замандашым Рим Баҡыев кеүек һоҡланғыс ирҙәрҙең тыуыуына шатланырға ғына ҡала. Ул хеҙмәткә бөтә йөрәген бирҙе, тормошон арнаны, Башҡортостан Хөкүмәтендә оло ышаныс һәм хөрмәт ҡаҙанды. Был шәхес бөгөн дә ябай, ихтирамлы, бөтә кешегә алсаҡ булып ҡала».
Республикабыҙ халҡының ҙур ихтирамын яулаған үтә тыйнаҡ, хөрмәтле шәхес, ер улы Рим Сәғит улы үҙенең 75 йыллыҡ күркәм юбилейын «Что помню и люблю» исемле китабын яҙып ҡаршылай. Унда шундай юлдар бар: «Мин яҙмышыма зарланмайым: тормошта нимәгә ынтылдым, шуға өлгәштем. Был әҙме-күпме, әйтә алмайым. Нисек кәрәк тип иҫәпләнем, шулай йәшәнем. Ниндәй эштәр генә булмаһын, һәммәһен дә халҡым, яҡташтарым өсөн тип, ихлас башҡарҙым. Мин уларҙы бөгөн дә онотмайым...»
Башҡортостаныбыҙҙың данлыҡлы шәхесе ошо көндәрҙә ғүмер байрамын билдәләне. Атайҙарса хәстәрлегегеҙ, ихлас ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә күптәр рәхмәт уҡыйҙыр, моғайын. Үҙегеҙҙең дә барыр юлдарығыҙ яҡты, тыуыр таңдарығыҙ һәр саҡ нурлы булһын, хөрмәтле Рим Сәғит улы!

Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ,
Фәтих Кәрим, Динис Бүләков исемендәге премиялар лауреаты,
Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад