Бал ғына түгел, рухи аҙыҡ та кәрәк18.01.2014
Бал ғына түгел, рухи аҙыҡ та кәрәк
Йәйгеһен мул бал йыйып алған Әбйәлил умартасылары “Башҡортостан”ға яҙылып яңылышманы: гәзит биттәрендә баҫылған мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп-кинәнеп уҡып ҡыуанасаҡтар.
Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Мәҫәлән, Шамил Йәрмөхәмәтов, яратҡан шөғөлөнән тыш, Таштимер участка дауаханаһында теш табибы булып эшләй. Буш ваҡытында умарталығына ашыға. Быйыл умартасылыҡ нескәлектәренә өйрәнгән Инсаф Заһитов — физкультура уҡытыусыһы. Артур Шакиров иһә, Баймаҡ районында үткән республика умартасылар конкурсында ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡарарға ла өлгөргән.


Уларҙың барыһын да оҙаҡ йылдар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән Мәҙинә Ибраһимова оҫталыҡ серҙәренә өйрәтә. Нисек итеп ҡорттарҙы ҡарарға, умартаны ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә, бал һығырға, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы көрәшергә кеүек һорауҙар менән умартасы егеттәр Мәҙинә Рәсих ҡыҙына килә. Татыу коллективтың умарталарын да бер тирәгә ҡуялар һәм алмашлап ҡарайҙар. Шунһыҙ булмай, сөнки еңел табыш эҙләп килеүселәр араһында дүрт аяҡлы тайыштабан ғына түгел, хатта “ике аяҡлылар” ҙа осрап ҡуя.
Былтырғы йәй мул уңыш килтерҙе умартасыларға. Шуға күрә кәйефтәре шәп, күңелдәре көр. Ә инде ҡулдарына гәзит алһалар, шатлыҡтары икеләтә арта. Бал ашамайынса йәшәп була, әммә “Башҡортостан”һыҙ мөмкин түгел шул.


Вернуться назад