Йәштәр табип һөнәрен һайлай18.01.2014
Поликлиникала табипҡа күренергә килеүселәрҙең күплегенә ғәжәпләнеберәк ҡарауыбыҙҙы күреп, сәбәбен аңлатырға ашыҡтылар. Хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр ҙә медицина күҙәтеүе үтә, оло йәштәгеләр ҙә байтаҡ, балаларҙың һаулығын хәстәрләү ҙә тәүге планда.


Дауахана һәм поликлиника заманса төҫ алған, яңырған. Баш табип Салауат Ғиззәтуллин әйтеүенсә, был эштең туҡтап торғаны ла юҡ. Мәҫәлән, бала табыу йорто, балалар, терапия һәм хирургия бүлексәләре яңыртылған, хәҙер башҡа биналар хаҡында хәстәрлек күрмәкселәр. Табиптарҙың эшен күпкә еңеләйткән һәм тиҙләткән ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәммәһен һөйөндөргән. Республика Советының һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә ултырышына әҙерлек барышында шулай күп кенә саралар атҡарылған. Киләсәккә, әлбиттә, пландары ҙур, мәҫәлән, сменаһына 250 кешене ҡабул итерлек поликлиника төҙөмәкселәр.
Әле район биләмәһендә йәшәгән халыҡҡа Саҡмағоштағы үҙәк, Иҫке Ҡалмаш дауаханалары һәм Йомаш ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ярҙамы күрһәтеп килә. Районда йәмғеһе 50 ошондай пункт эшләй. Хәҙер, элекке йылдарҙағы кеүек, теге йәки был белгес юҡ, табиптар етешмәй тигәнде һирәк ишетәһең. Саҡмағошта ла был мәсьәлә ыңғай хәл ителгән, тип әйтергә мөмкин. Барлығы 76 табип, 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре эшләй, ғөмүмән, тәьмин ителеш 91 процент тәшкил итә. Был күрһәткестең яҡшы булыуы, әлбиттә, Башҡорт дәүләт медицина университеты менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуға ла бәйле. Әле унда райондан 82 егет һәм ҡыҙ белем ала. Юғары уҡыу йорттарының береһендә лә ошо ҡәҙәр студенттарыбыҙ юҡ, тиҙәр. Был күрһәткес йылдан-йыл табип һөнәренең абруйы үҫеүен дә раҫлай.
Дауаханала һәм поликлиникала хеҙмәткәрҙәрҙең етерлек булыуынан тыш, һәр ҡайһыһының үҙ эшенең оҫтаһы булып, һөнәрен яратып атҡарыуы ла шарт. "Башҡортостандың атҡаҙанған табибы" тигән маҡтаулы исемгә биш кеше лайыҡ булған, баш табип Салауат Ғиззәтуллин менән стоматология бүлексәһе мөдире Рәзилә Хәзиева иһә — медицина фәндәре кандидаттары. Кесе медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ла квалификацияһын камиллаштырыусылар байтаҡ.
Тәжрибәле табиптар эргәһендә йәштәр эш башлай. Мәҫәлән, "Ауыл табибы" программаһы буйынса 2011-2012 йылдарҙа ун ике белгесте ҡаршылаһалар, былтыр йәнә ун бер кеше килгән.
Саҡмағош үҙәк район дауаханаһы менән поликлиникаһы тураһында һүҙ алып барғанда шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: бында һәр хеҙмәткәр — профсоюз ойошмаһы ағзаһы. Шуға ла социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре коллектив договор менән көйләнә. Эш хаҡын күтәреү, ауылдарҙағы белгестәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү кеүек мәсьәләләрҙе лә ойошма ҡыйыу күтәреп килә.


Вернуться назад