…Тын бүлмә. Өҫтәл янында Жәлил Кейекбаев ашыға-ашыға яҙышып ултыра. Үҙе ҡайҙалыр ынтылып ҡуйған һымаҡ. Шул саҡ янына ҡыҙы йүгереп килә:
— Атай, нимә эшләйһең?
— Фәнде алға әйҙәйем, ҡыҙым! — тип ғорур яуап ҡайтара ғалим. Быға хаҡы бар уның: тел ғилемен үҫтереүгә бағышланған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ!
Ошондай матур күренеш менән башланып китте Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында ойошторолған сара — Халыҡ-ара туған тел, яҙма әҙәбиәт, мәҙәниәт көнөнә арналған уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың республика форумы.
Кейекбаев уҡыуҙары ҡоро докладтарҙан ғына торманы, театраль күренештәргә, йәнле аралашыуға бай булды. Республиканың төрлө район-ҡалаһынан килгән бер төркөм методистың туған телде уҡытыуға индергән хеҙмәтенең Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан тәбрикләнеүе айырыуса һөйөндөрҙө.
Доклад менән сығыш яһаусыларҙың араһында стәрлетамаҡтар ғына түгел, бөрйәндәр, ишембайҙар, өфөләр, нефтекамалар һәм башҡалар бар ине. Улар техника заманында тел ғилеменең, кешелектең баһаһын күтәреү йәһәтенән фекерҙәре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Әлшәй районынан килгән Илһам Хәкимов Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" әҫәрендә сағыштырыуҙарҙың ҡулланылышы хаҡында "баш ватһа", Мәләүез егете Нәҙир Солтангәрәев йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон уятыу хаҡында уйланды.
Конференцияла 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Шуныһы ла мәғлүм булһын: йыйын йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ та донъя күреп өлгөрҙө.
Лилиә АБДУЛЛИНА, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы педагогия һәм психология факультеты деканы, педагогика фәндәре кандидаты, конференцияның "Тарихи-мәҙәни һәйкәлдәрҙе һаҡлау" секцияһы етәксеһе:— Кейекбаев уҡыуҙарының кимәле үҫеүенә ҡыуанып ултырҙым. География яғынан ғына ҡарағанда ла, Башҡортостандың күпселек райондарынан йыйылдылар. Етәкселектең дә йыйынға ҡарашы етди икәнлеге һиҙелде.
Сығыш яһаусыларҙың төплө фекерҙәре, ижади эҙләнеүе һоҡландырҙы. Мәҫәлән, ете быуын ата-бабаһын ғына белеп ҡалмай, үҙҙәре йәшәгән ҡала йәки ауылда урынлашҡан һәйкәлдәргә иғтибар итеп, уларҙың тарихи, милли һәм мәҙәни әһәмиәтен өйрәнгән уҡыусылар бар. Бындай эштәрҙән һуң "йәш быуын телебеҙгә битараф" тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫ түгеллегенә тағы бер ҡат инандым.
Динара ӨМӨТҠУЖИНА, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы, "Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары ижады" секцияһы эшендә еңеүсе (етәксеһе — Р. Сәфәрова):— Сығышым "Рауил Бикбаев ижадында экология һәм рух мәсьәләһе" тип аталды. Жюри докладтың көнүҙәклеген билдәләне. Ысынлап та, күтәрелгән ике мәсьәләне лә бөгөндән хәл итеү зарур. Конференцияла ҙур теләк менән ҡатнаштым. Ғилми эҙләнеүҙәрем үҫешемдә ҙур аҙым булыр, тип уйлайым.