Йылмайып-көлөп кенә18.01.2014
Бер егет әрменән хат яҙа, имеш:
"Бында көнө буйы йүгерәләр. Ни эшләһәң дә, йүгерә-саба атҡарырға кәрәк. Прапорщикка: "Әйҙәгеҙ әле, бер сәғәткә генә иртәрәк тороп, әкренләп һәм рәтләп кенә эшләйек," — тип әйтеп ҡарағайным да, аңламаны".

* * *

Ир Хоҙайҙан:
— Эй, Аллам, ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙы матур, сибәр итеп яралттың?— тип һорай икән.
— Һин уны һөйһөн өсөн, — тигән ул.
— Аллам, ни өсөн уны наҙлы, һөйкөмлө иттең? — тип ҡыҙыҡһына икән теге.
— Һин уны яратһын өсөн.
— Ә ни өсөн һуң уны алйот иттең? — тип аптырай икән ир.
— Ул һине һөйһөн өсөн, — тигән Хоҙай.

* * *

Бабай әйтә әбейенә:
— Ҡырынып алһам иртән мин,
Кәм тигәндә ун биш йәшкә
Йәшәрәм дә китәмен!

Әбей әйтә бабайына:
— Ата-а-аҡ! Ҡәһәр төшкөр һин!
Улай булғас, ниңә бер ҙә
Ҡырынмайһың кистән һин?!

(Рәдиф Тимершин).


Вернуться назад