Ислам еңеллекте һөймәй16.01.2014
Халҡыбыҙ күпләп Аллаһ Тәғәлә юлына баҫҡан, иманға яҡынайған ваҡытта уларҙың рухын күтәрешеү, дини остаздарыбыҙҙың кәңәш-фекере менән ярҙам итеү ниәтендә былтыр “Йома вәғәзе” тигән рубрика тормошҡа ашырылды. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин алып барған был проект йәмғиәттә ыңғай фекер тыуҙырҙы, гәзиткә яҙылыусыларҙың һанын арттырыуға ла үҙ өлөшөн индерҙе. Ошоно күҙ уңында тотоп, халҡыбыҙҙы быйыл да хәҙрәттең кәңәштәренән мәхрүм итмәҫкә булдыҡ. Сираттағы проект һорау-яуап рәүешендә алып барыласаҡ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Мөфтөйгә йәшәйештең төрлө мәсьәләләре буйынса һорауҙарығыҙ бар икән — рәхим итеп бирегеҙ. Уларға Нурмөхәмәт хәҙрәт дини ҡанундарға ярашлы яуап бирергә әҙер.
Миҫал өсөн, тәүге һөйләшеүҙе “Ислам дине ҡанундары тормошобоҙҙа ниндәй әһәмиәткә эйә?” тигән һорауға яуаптан башлайыҡ.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Исламдың тормошобоҙҙағы әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тәү сиратта ул беҙҙе таҙалыҡҡа өйрәтә. “Сафлыҡ, паклыҡ — имандың ҙур өлөшө”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әммә был йәһәттән ҡайһы берәүҙәр тән таҙалығына ғына өҫтөнлөк биреп хаталана. Әҙәм балаһы күңел сафлығына, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең күркәмлегенә ынтылып йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына, иншаллаһ, тәнгә лә, йәнгә лә сихәт килер, ә был үҙ сиратында сәләмәтлеккә юл ярыр.
Мин бәләкәй саҡта атайым: “Ҡул-битте йыуыу — тәһәрәтләнеүҙең бәләкәй генә бер өлөшө”, — тип өйрәтә торғайны. Мосолманға һәр саҡ сафланып, пакланып тороу зарур — шундай талап ҡуйғаны өсөн Исламға рәхмәтле булырға тейешбеҙ.
Динебеҙҙең тарихына күҙ һалғанда, уның һыуға ҙур ҡытлыҡ кисерелгән эҫе Ғәрәбстанда ғүмер иткән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең күңеленә инеүендә лә бөйөк хикмәт ята: еңеллекте, көс һалмай башҡарылған ғәмәлдәрҙе, яуапһыҙлыҡты һөймәй Ислам. Хатта ки Пәйғәмбәребеҙҙең “Иртәнсәк торғас, ҡулығыҙҙы өс мәртәбә йыумай тороп, бер нигә ҡағылмағыҙ”, — тигән һүҙҙәренә лә әҙәм балаһында ошо сифаттарҙы нығытыу маҡсаты һалынған.
Исламдың тормошобоҙҙағы әһәмиәтен дәлилләгән ошо бер генә миҫал да динебеҙҙе хөрмәтләү, ҡәҙерләү зарурлығын аңғарта. Тәнебеҙҙе генә түгел, күңелебеҙҙе таҙа, пак килеш һаҡлайыҡ, бер-беребеҙгә күркәм мөнәсәбәт күрһәтәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Был ынтылышты балаларыбыҙға ла һалһаҡ, иншаллаһ, тормошобоҙ яҡты, бәрәкәтле булыр, Исламдың бөйөк ниғмәтен татып йәшәргә насип итер. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад