2014 йылда дини байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр16.01.2014
(Мосолман календары буйынса 1435 — 1436 һижри йылдар)

13 ғинуар — Мәүлит байрамы, йәғни Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө. Ул бер ай дауам итә. Был ваҡытта мәсеттәрҙә вәғәздәр уҡыла, хәйер-саҙаҡа өләшелә. Мосолмандар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бүләк бирә.
30 апрель — Рәжәбтең беренсе көнө. Был айҙа Ибраһим, Ғайса пәйғәмбәрҙәрҙең тыуған көнө һәм башҡа иҫтәлекле ваҡиғалар билдәләнә. Шулай уҡ кесе хаж — ғөмрә — ҡылына.
2 май — Рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы кис — Рәғәиб. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ата-әсәһе Ғабдулла менән Әминәнең ҡауышыуын иҫкә алыу кисе булараҡ та билдәләнә.
26 май — Миғраж кисәһе. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккә ҡалаһынан Йәрүсәлимгә һәм унан ете ҡат күккә, Аллаһ Тәғәләнең тәхете янына, ҡылған мөғжизәле сәйәхәте. Миғраж ураҙаһы 100 төн ураҙа тотоуға тиң.
13 июнь — Бәраәт кисәһе. Бәхет, уңыш, изгелек йыя торған көн. Нәҡ ошо төндә Аллаһ Тәғәлә, һәр кемдең доғаларында ялбарып һораған үтенестәрен иҫәпкә алып, кешеләрҙең яҙмышы тураһында ҡарар ҡабул итә.
28 июнь — изге Рамаҙан айы, Ураҙа башланған көн. 23 июлдә — Ҡәҙер кисе.
28 июль — Ураҙа байрамы.
3 октябрь — Ғәрәфә — хаж ҡылыусылар өсөн Мәккә янындағы Ғәрәфә тауына барыу һәм уның итәгендә намаҙ уҡыу көнө.
4 октябрь — Ураҙа тамамланғас, 70 көндән һуң башлана торған Ҡорбан байрамы. Ул өс көн дауам итә.
5, 6, 7 октябрь — Тәшриҡ көндәре. Был осорҙа мосолмандар фарыз намаҙын уҡығандан һуң Аллаһ Тәғәләне маҡтап махсус һүҙҙәр әйтә.
25 октябрь — яңы 1436 йыл, Мөхәррәм айы башланған көн. Унда күп итеп хәйер, зәҡәт бирелә, изге ғәмәлдәр ҡылына.
3 ноябрь — Ғәшүрә байрамы. Сөнниҙәр Аллаһ Тәғәләнең ун пәйғәмбәренә күндерелгән изгелектәр хөрмәтенә ураҙа тота.
19 декабрь — Сәфәр айы башланған көн.


Вернуться назад