Атай һөйөүенән, әсәй наҙынан мәхрүм ҡалған сабыйҙар ҡырҡа күбәйеп китте һуңғы йылдарҙа. Бәхеткә күрә, яҙмыш тарафынан үгәйһетелгән балаларҙы үҙҙәренең йылы ҡуйынына алырға, уларға мөмкин ҡәҙәре яҡшы тәрбиә бирергә теләгән ғаиләләрҙең булыуы һөйөндөрмәй ҡалмай.
Ишембай районының Ҡарайған ауылында йәшәүсе Нурия Ғөбәйҙуллина менән Мөхәмәт Дәүләтов – тап ана шундай кешеләрҙән. Нурия ханымдың үҙенең өс балаһы бар. Мөхәмәт уҙаман да — ике бала атаһы. Икеһенең дә яҙмышы ифрат оҡшаш. Шуға күрә бер-береһен эҙләп тапҡандарҙыр ҙа инде. Тормошҡа аяҡ баҫҡан балаларының ризалығы менән Илдар, Азат исемле ике малайҙы һәм Зифа исемле ҡыҙҙы тәрбиәгә алғандар.
— Балаларыбыҙ бер туғандай, — ти Нурия Әхмәтғәли ҡыҙы. — Илдарыбыҙ үҙебеҙҙәге ауыл мәктәбенең өсөнсө класында уҡый. Азат күрше Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең алтынсы класында белем ала. Ә Зифа ҡыҙыбыҙ — Салауат педагогия колледжының икенсе курсы студенты.
Беҙ һөйләшкән арала мәктәптән бер-бер артлы балалар ҡайтты. Иң тәүҙә, әллә ҡайҙан һөрән һалып, Азат күренде:
— Әсәй, мин бөгөн ике “бишле” һәм бер “дүртле” алдым!
Йортҡа атлығып килеп ингән Азат, беҙҙе күргәс, бер аҙ тынып ҡалды. Итәғәтле генә иҫәнләшеп, бүлмәһенә уҙҙы. Күп тә үтмәне, өй эсе тағы яңғырап китте.
— Әсәй! Әсәй! Мин дүрт “бишле” алдым бөгөн! — Илдар, өйҙә ят кешеләрҙең барлығына ла иғтибар итмәй, Нурия ханымдың ҡосағына ташланды. — Көндәлегемде күрһәтәйемме?
— Йортта ҡунаҡтар бар бит, улым, иҫәнләшергә кәрәк башта! — Нурия Әхмәтғәли ҡыҙы баҫалҡы тауыш менән беҙгә ымланы.
Малайҙар менән танышҡан арала Зифа ла ҡайтып етте. Ул инде буй еткән, әйткән һүҙҙәренә яуап бирерлек ҡыҙ. Шуға ла әңгәмәне уның менән ҡорорға булдыҡ.
— Әсәйем менән атайымды ла, туғандарымды ла ныҡ һағынам, — ти ҡыҙыҡай, тулҡынланып. — Шуға күрә гел генә ҡайтҡым килеп тора. Был ғаиләлә үҙебеҙҙең киләсәгебеҙ өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф тоймайбыҙ. Нурия апай менән Мөхәмәт ағай ҡустыларыма ла, миңә лә үҙ балаларына ҡараған кеүек мөнәсәбәттә. Беҙҙең өсөн барлыҡ мөмкинлекте булдырҙылар. Тамағыбыҙ һыйлы, кейем-һалымыбыҙ етерлек. Уҡыу кәрәк-яраҡтарыбыҙ ҙа бар, компьютерға тиклем алдылар. Өлкән апай-ағайҙарыбыҙ менән дә бик тиҙ дуҫлаштыҡ. Улар ҙа беҙҙе үҙ итеп, яратып тора. Нурия апай миңә әсәй ҙә, әхирәт тә, кәңәшсе лә. Барлыҡ серҙәрем дә уның күңеленә һыя. Мөхәмәт ағай беҙҙең өсөн – оло терәк, ҡустыларымды төрлө һөнәргә өйрәтә. “Бәләкәйҙән эшләп үҫкән кеше ҙурайғас та ауырлыҡтар алдында бирешмәй”, — ти ул.
Балаларҙың көләс йөҙөн күреп, шат тауыштарын ишетеп, ҡыуанып сыҡтыҡ был йорттан. Әсәләренең ҡанат аҫтына һыйынған ҡошсоҡтар шикелле, улар Нурия ханымды ҡосаҡлап, беҙҙе ҡапҡа алдына тиклем сығып оҙатып ҡалды.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Ишембай районы.