Рәсәйҙәрҙең 40 проценты хәләл ефетенә хыянат итә, тип фаразлай ҡайһы бер статистар. Шул уҡ ваҡытта өйләнгәндәрҙең 90 (!) проценты ғаилә түшәген уртаҡлаша, тигән белгестәр ҙә юҡ түгел. Ғөмүмән, тоғролоҡ хаҡында төрлөсә фекер йөрөй. Иң үкенеслеһе шул: айырылышыуҙарҙың 70 проценты нәҡ хыянат арҡаһында икән.
Мәҫәлән, ғаилә мөнәсәбәттәренә бәйле күҙәтеүҙәр алып барған бер ойошма һорау алыу йомғаҡтарына ҡарап былай тип белдерә: ирҙәрҙең — 28, ҡатындарҙың 17 проценты хыянат итә. (Артабанғы күрһәткестәр — проценттарҙа). “Һул”ға йөрөү йышыраҡ 40 йәштән һуң башлана икән (32). Шулай уҡ балалары булған ир йәки ҡатын (26) балаһыҙға ҡарағанда (13) күберәк хыянат ҡыла. Әйткәндәй, тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, кешеләр байыған һайын йышыраҡ ят түшәкте өҫтөн күрә.
“Ни өсөн хыянат итәләр?” тигән һорау ҙа биргәндәр үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Баҡтиһәң, хыянат иткән ирҙәрҙең байтағы “туған түшәгендә” йылы тапмай, яңы хис-тойғолар, мажаралар эҙләй, шундай уҡ холоҡҡа эйә булған ҡатындарҙың күбеһе иһә ирҙәренә үс итеп ошондай аҙымға бара йә һуштан яҙып ғашиҡ була.
Әлбиттә, хыянат уйын түгел. Был яҙыҡ эштең һөҙөмтәһе лә ҡурҡыныс: ғаилә тарҡалыуҙан тыш, күпме үлтереш-ҡырылышҡа, талаштарға юл ҡуйыла...
Кем хыянат ҡыла?
Тимур, ғаиләле, ике бала атаһы:— Хыянат итеү өсөн күп тә кәрәкмәй, әммә уның эҙемтәләре, ай-һай, ауыр шул. Мәҫәлән, үҙем бер мәжлестә, эскән килеш, кейәүгә сығып өлгөрмәгән сибәркәй менән танышып алдым. Һүҙ артынан һүҙ... Эштең нимә менән тамамланғанын үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр. Шул иҫереүем, аҙғынлыҡҡа бирелеүем ғаиләмдән, балаларымды көн дә күреп шатланыуҙан саҡ мәхрүм итмәне. Ярай әле, ҡатыным, уға мең рәхмәт, кисерә алды. Әйткәндәй, яҙыҡ ҡылығым, күпме генә йәшерергә тырышһам да, тиҙ беленде. Шул саҡ ҡатын-ҡыҙҙың һиҙгерлегенә, аңына, сабырлығына һоҡланғанымды күрһәгеҙсе! Ошо көндән башлап уға ҡарата һөйөүем дә, ихтирамым да мең тапҡыр артты һымаҡ.
Гөлгөнә, өс ай кейәүҙә булып айырылған:— Үкенес. Тормош иптәшем менән шул тиклем яратышып өйләнештек тә бит. Барыһы ла һоҡлана, маҡтай ине хатта. Тик…
Әллә нимә булды ул көндә. Ирем, ғәҙәттәгесә, бер айға Себергә китте. Иртәгәһенә үк бер егетте осраттым һәм… кис уның ҡуйынында инем инде. Дөрөҫөн әйткәндә, ғашиҡ булдым уға, үлеп ғашиҡ булдым. Тик танышым мине бер көнлөк мажара кеүек кенә ҡабул иткән. Өйләнгән һәм… иремдең танышы булып сыҡты...
Фәрит, өйләнгән, өс бала атаһы:— Хыянат итмәгән ирҙәр булмай тиһәләр ҙә, үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа “һул”ға йөрөгәнем булманы, тормош нигеҙем шулай ҡоролған. Хәлеңдән килә, ҡатының рөхсәт итә икән, әйҙә тағы ике-өс ҡыҙға өйлән, әммә ниңә хәләл ефетеңде һәм балаларыңды мыҫҡыл итергә һуң? Ундайҙарҙы аңлай алмайым.
Рәғинә, 30 йыл тормошта, ике бала әсәһе:— Ҡатын-ҡыҙ хыянатҡа һирәк бара, әммә берәгәй, тиҙәр. Ысынлап та, гүзәл затты ир-егет иркәләп-ҡәҙерләп кенә йәшәһә, уға бер ҡасан да “мөгөҙ” үҫмәҫ тип уйлайым. Мәҫәлән, үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа икенсе ир-ат менән түшәк уртаҡлашҡаным булманы. Хәйер, ғаиләлә (бала саҡтан) һалынған тәрбиәгә лә күп нәмә бәйле.
Ата-баба әйткәне:* Йылдар уҙыу менән гонаһ йыуылмай.
* Гонаһына күрә — язаһы.
* Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар, ғауғалы өйҙә һәләкәт бар.
* Ғибрәт алмаған үҙе ғибрәткә ҡалыр.
* Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле була.
* Ғазапһыҙ ғишыҡ юҡ.
* Ғәйеп онотолор, һабағы онотолмаҫ.
* Бер күктә — ике ай, бер күңелдә ике мөхәббәт булмай.
* Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын.
* Ипһеҙ ҡыҙ үҙенә ир тапмаҫ.
* Ир менән ҡатын – бер йән, бер тән.