Йәмғиәт афәте16.01.2014
Яңыраҡ Францияла ғаилә мәсьәләләренә ҡағылышлы бик ҙур ғауғалар булып алды. Меңәрләгән кеше демонстрацияға сығып, ошо йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе.


Эш нимәлә һуң? Франция хөкүмәте, әлбиттә, президент әмере буйынса, бер үк енесле кешеләрҙең ҡауышыуын “ғаилә” тип законлаштырғайны. Был илдең киң йәмәғәтселегендә ризаһыҙлыҡ һәм нәфрәт тыуҙырҙы. Улар хаҡлы, әлбиттә...
Ғаилә ҡороуҙың иң тәүге изге шарты – ҡыҙ менән егеттең ҡауышып, бала бағыуы, кешелектең киләсәген дауам итеүе. Шул уҡ ваҡытта донъяның күп кенә төбәктәрендә әхлаҡһыҙ төркөмдәр, “ғәҙәти бәйләнеште” мыҫҡыллап, “рухи сирлелек” тип йөрөтә. Ғәҙәти булмаған енси ҡарашлыларҙың, һәр төрлө фәхишәләрҙең ҡорт иләүе кеүек мыжғып торған урынында — үҙен демократик ил тип шапырынған АҠШ-та — был күренеш бигерәк тә ярылып ята. Әлеге ерәнгес төркөмдәр демократия һәм хоҡуҡ һымаҡ төшөнсәләр артына йәшеренеп, әхлаҡһыҙлыҡты киң йәйелдерергә тырыша. Ә ҡайһы бер дәүләттәрҙең был йүнһеҙлектәргә законлы төҫ бирергә ынтылыуы тамам аптырата. Дөрөҫөн әйткәндә, тормоштоң ысын асылын аңламайынса, һау организмды сиргә һөйрәкләгән, сәләмәт, көр, саф, тәүфиҡлы милләтте боҙорға тырышҡан гомосексуалистарға, лесбиянкаларға һәм бүтән шундай “емтектәргә” ғаиләне, йәмғиәтте емереү хоҡуғы биреү халыҡты юҡҡа сығарыу йәки үҙенә ҡул һалырға этәреү кеүек үк хәүефлелер тип уйлайым. Ул боҙоҡтарҙың үҙҙәрен бер ергә йыйып дауаларға кәрәк!
Әлбиттә, был йәһәттән мәғлүмәт саралары ла үҙ эшен шаҡтай башҡара. Иң үкенеслеһе шул: ундай журналистар Рәсәйҙә лә “никахһыҙ, ирекле мөнәсәбәттәр” тураһында һөйләп, йәмғиәтте ҡоторта башланы. Шуның һөҙөмтәһендә әллә күпме баланың етем ҡалыуын иҫәпкә алһаҡ, быны күрмәмешкә һалышыу мөмкин түгел. Мәҫәлән, бөгөн күп илдәрҙә, шулай уҡ беҙҙә лә оҙайлы пропаганда, телевизион тапшырыуҙар һөҙөмтәһендә үҙҙәрен “сәнғәтсе” тип атаған сәйер төркөмдәр барлыҡҡа килде. Телефон аша ғына ирҙәрҙе үҙ яндарына саҡырып ятҡан ҡатындарҙың ҡылығы “сәнғәт” тип аталһын әле! Фәхишәлектең хәүефен ҡайһы бер ҡыҙыу баштар аңлап бөтөрмәйҙер, күрәһең.
Никах – шәхестәрҙе, ғаиләләрҙе, халыҡты юғары күтәрер ҡиммәт. Уның ыңғай яҡтарын күрә генә белергә кәрәк.


Вернуться назад