Ишеткәнегеҙ барҙыр был тарихты: ожмахта бер ҡайғыһыҙ йәшәп ятҡан Әҙәм менән Һауа рөхсәт ителмәгән емеште – алманы — ашап, ҙур ғазаптар кисерә. Үкенескә ҡаршы, тормошта ла, күпме генә тылҡымаһындар, үҙ хаталары арҡаһында бәләгә осраусылар бихисап.
Ни генә тимә, ҡырын эштең әле бер ҡасан да яҡшыға алып килгәне юҡ. Стәрлетамаҡта йәшәгән 27 йәшлек бер ҡатын да иренең һәм балаларының ышанысынан, үҙенә ҡарата хөрмәтенән көлгәне өсөн “өлөшөн” алған.
…22 йәшлек буйҙаҡ менән танышып ала был аҙғын. Дөрләп мөхәббәт утында яналар. Әммә шул уҡ ваҡытта, һөйәре күпме генә өгөтләмәһен, иренән дә айырылырға теләмәй. Ниңә, рәхәт тә инде. Тамаҡ та туҡ, нәфсе лә… Тик бындай осрашыу егеткә генә аҙ тойола. Йә мин, йә ғаиләң, тип шарт ҡуя ул. Ҡатындың һаман да иҫе китмәй. Аптыраған, эсеп алған һөйәр ял көндәренең береһендә тота ла ғашиҡ булған гүзәл затының йәшәгән йорто янына килә һәм машиналарының быялаһын вата. Йәнәһе лә, сигнализацияһы эшләй башлаһа, ҡатын йүгереп сығыр. Әммә күпме генә көтмәһен, бер юлы ҡатын, әсә һәм һөйәркә ролдәрен башҡарған фәхишә (тағы кем тип әйтәһең инде ундай кешене) ни сәбәптәндер күренмәй. Тамам асыуы ҡабарған һөйәр, “егет булғас — ут булһын” тигән мәҡәлде үҙенсә үҙгәртептер инде, машинаны үртәргә була.
“Тимер аты”ның көлгә ҡалыуын ҡатын икенсе көндә генә күрә. Кемдең “батырлығы” икәнен шунда уҡ аңлай. Һөҙөмтәлә, 20 минут та үтмәй, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡаза килтереүсене ҡулға ала. Егет әле үҙ язаһын көтә.
Шуның менән был ваҡиғаға нөктә лә ҡуйыр инек, бер “ләкин”е бар шул. Һөйәр, 22 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, быға тиклем өс тапҡыр язаға тарттырылған "бай тарихлы" егет булып сыҡҡан. Кешенең ғүмерен дә ҡыйған был әҙәм аҡтығы, кемделер туҡмап та өлгөргән, урлашып та тотолған.
Йомғаҡлап, бер нәмә генә өҫтәргә ҡала: иренең һәм балаларының изге тойғоларын селпәрәмә килтергән, уларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған аҙғын ҡатын өсөн ваҡиға ярай әле еңел тамамланған. Юҡһа, шашҡан һөйәрҙәрҙең сәйер ҡылығына миҫалдар тормошта аҙ түгел. Сабыйҙар ғына йәл, сөнки барыбер ҙә күберәк хәсрәт улар өлөшөнә төшә бит. Тағы тарҡалған ғаилә, тағы етем балалар…